Республиканың агросәнәғәт комплексында техник паркты әүҙем яңыртыу дауам итә. Ауыл хужалығын яңы техника һәм ҡорамалдар менән тәъмин итеү "Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү" милли проекты (национальный проект «Технологическое обеспечение продовольственной безопасности») маҡсаттарының береһе булып тора. Ағымдағы йылдың һигеҙ айында 8,1 млрд һумлыҡ 1335 берәмек техника һатып алынған. – Төбәктең ауыл хужалығы техникаһы паркы 178 трактор, 81 иген урыу һәм 13 үҙйөрөшлө мал аҙығы йыйыусы комбайн, 250-нән артыҡ тупраҡ эшкәртеүсе һәм сәсеү машиналары менән байытылды. Тәжрибә күрһәтеүенсә, әлеге ябай булмаған һауа шарттарында заманса техника менән файҙаланыусы аграрийҙар ота, - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, милли проекттар РФ Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән тормошҡа ашырыла. Александр Данилов фотоһы.