Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һанлы технологиялар ярҙамға килә

Өфө дәүләт нефть техник университетының ойоштороу процестарына әүҙем рәүештә һанлы технологиялар индерелә. Һуңғы өс йылда вузда 20-гә яҡын һанлы инструменттар эшкә ҡушылды. Улар белем биреү барышын оптималләштерергә ярҙам иткән. Проекттар “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Квалификациялы сығарылыш эштәре үтәлешен контролләү өсөн ҡулланылған web-сервис – ошо проекттарҙың береһе. Был күп функциялы платформа квалификациялы сығарылыш эштәрен әҙерләгәндә бөтә төп процестарҙы автоматлаштырырға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә студенттарҙәң һәм кафедра хеҙмәткәрҙәренең ваҡытын янда ҡалдырырға мөмкин булды. Антиплагиатҡа, нормоконтролгә тикшереү, диплом яҡлау алдынан мотлаҡ материалдарҙы тапшырыу кеүек этаптар сервис ярҙамында 50 процентҡа аҙыраҡ ваҡытты алған. Бынан тыш, сервис һәр студенттың алға китешен күҙәтергә, көндәлек ҡаҙаныштарын күрергә ярҙам итә. Тағы бер проект – университеттың бөтә белгеслектәре студенттарының математика курстарын күҙәтеп барыу өсөн тәғәй

Өфө дәүләт нефть техник университетының ойоштороу процестарына әүҙем рәүештә һанлы технологиялар индерелә. Һуңғы өс йылда вузда 20-гә яҡын һанлы инструменттар эшкә ҡушылды. Улар белем биреү барышын оптималләштерергә ярҙам иткән. Проекттар “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Квалификациялы сығарылыш эштәре үтәлешен контролләү өсөн ҡулланылған web-сервис – ошо проекттарҙың береһе. Был күп функциялы платформа квалификациялы сығарылыш эштәрен әҙерләгәндә бөтә төп процестарҙы автоматлаштырырға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә студенттарҙәң һәм кафедра хеҙмәткәрҙәренең ваҡытын янда ҡалдырырға мөмкин булды. Антиплагиатҡа, нормоконтролгә тикшереү, диплом яҡлау алдынан мотлаҡ материалдарҙы тапшырыу кеүек этаптар сервис ярҙамында 50 процентҡа аҙыраҡ ваҡытты алған. Бынан тыш, сервис һәр студенттың алға китешен күҙәтергә, көндәлек ҡаҙаныштарын күрергә ярҙам итә. Тағы бер проект – университеттың бөтә белгеслектәре студенттарының математика курстарын күҙәтеп барыу өсөн тәғәйенләнгән web-платформа. Уның маҡсаты – ошо дисциплина буйынса өлгәшеүҙе күтәреү. – Университетҡа мәктәп программаһын үҙләштереү, һәләт, психологик торош буйынса айырылып торған студенттар килә. Төп проблемаларҙың береһе – студенттарҙың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу мөмкинлеге булмауы. Платформа ошо проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгән, – тине платформаны эшләүсе, кафедра доценты Владимир Лазарев. Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Өфө нефть техник университеты сайты.