5 сентябрҙә Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы» VII инвестиция һабантуйының пленар ултырышында ҡатнашты. Уның темаһы – “INNOREGION: иҡтисади үҫештең яңы үҙәктәре”. Билдәле Рәсәй журналисы, «Москва 24» телеканалының баш мөхәррире Дмитрий Щугорев дискуссияның модераторы булды. Үҙ сығышында республика етәксеһе иҡтисадты һәм, атап әйткәндә, заман ҡаршылыҡтары шарттарында инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереүҙең төп бурыстарын билдәләне. Башҡортостан Башлығы, был йүнәлештә эште эре иҡтисади үҙәктәр биләмәһендә генә алып барырға ярамай, тип билдәләне. Бәләкәй ҡалалар мөмкинлектәренә лә иғтибар итеү мөһим. Быға бер миҫал – Урал аръяғы ауылдары. Тағы бер бурыс – булған ресурстарҙы, шул иҫәптән финанстарҙы, рациональ файҙаланыу. Бынан тыш, тормошҡа ашырылған федераль программалар һәм проекттар арҡылы Рәсәй Хөкүмәте менән әүҙем эшләү мөһим. – Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин ҡушыуы буйынса әҙерләнгән инфраструктура менюһы тотороҡло социаль-иҡтисади үҫеште тәьм