Сибайҙа 4-6 сентябрҙә Бөтә Рәсәй VII “Урал аръяғы-2025” инвестиция һабантуйы үтә. Уның эшлекле программаһы ваҡытында ҡулланыусылар баҙарын үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында 30 миллион һумға килешеү төҙөлдө. Уға Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы, «Башмаркет» йәмғиәте һәм Әбйәлил районы хакимиәте ҡул ҡуйҙы. – Яңы объект Асҡар ауылы халҡын сифатлы тауарҙар һәм хеҙмәттәр менән тәьмин итеп кенә ҡалмаҫ, ә мөһим социаль үҙәккә әүерелер, эшҡыуарҙар өсөн уңайлы мөхит һәм яңы эш урындары булдырыр, - ти Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Василий Таболин. Дөйөм майҙаны 960 квадрат метр тәшкил иткән яңы күп функциялы комплекс кафе һәм сауҙа майҙандарын үҙ эсенә ала. Объект Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа урынлаша. Проектты 2025 йылдан 2030 йылға тиклем атҡарып сығыу планлаштырылған. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: проект Башҡортостан Республикаһының Инвестиция комитеты ултырышында ҡаралған һәм республиканың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары