Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өй йылыһын бер ни ҙә алыштыра алмай

Өй йылыһын бер ни ҙә алыштыра алмай Яңауыл районының Ҡомалаҡ ауылында һоҡланғыс Ғарифйәновтар ғаиләһе йәшәй. Марс Зәбир улы менән Наталья Владимировна икеһе лә гөрләп торған берҙәм ғаилә булдырыу, матур, тәрбиәле балалар үҫтереү тураһында хыяллана. Улдары Роланд үҫеп килгәндә, улар приюттан тағы бер баланы тәрбиәгә алырға ҡарар итә. Тик яҙмыштың үҙ планы бар шул: был көндә ата-әсә бер туған өс ҡыҙ бала менән таныша һәм ғаилә бер мәлдә күп балалы ғаиләгә әүерелә. Ике йылдан һуң был хәл йәнә ҡабатлана: Ғарифйәновтар балалар йортонан бер туған ике малайҙы ҡосағына ала. Динар һәм Данис яңы мөхиткә аҡрын ғына инеп китә, ҡыҙҙар менән дуҫлаша. Бөгөн ғаилә тәрбиәгә алынған биш баланы ҡарап үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Самира һәм Рияна лицейҙа уҡый, Рамина һәм Динар – Ҡарман мәктәбендә. Кескәйҙәре Данис уҡырға өйрәнә, өйҙә үҙен ысын хужа итеп тоя. Малайҙарҙың сәләмәтлектәрендә тайпылыштар булыуына ҡарамаҫтан, улар хәстәрлек, һөйөү мөхитендә үҙҙәрен ышаныслы тоя. Ғаилә башлығы Марс Зәбир улы малайҙарҙы

Өй йылыһын бер ни ҙә алыштыра алмай Яңауыл районының Ҡомалаҡ ауылында һоҡланғыс Ғарифйәновтар ғаиләһе йәшәй. Марс Зәбир улы менән Наталья Владимировна икеһе лә гөрләп торған берҙәм ғаилә булдырыу, матур, тәрбиәле балалар үҫтереү тураһында хыяллана. Улдары Роланд үҫеп килгәндә, улар приюттан тағы бер баланы тәрбиәгә алырға ҡарар итә. Тик яҙмыштың үҙ планы бар шул: был көндә ата-әсә бер туған өс ҡыҙ бала менән таныша һәм ғаилә бер мәлдә күп балалы ғаиләгә әүерелә. Ике йылдан һуң был хәл йәнә ҡабатлана: Ғарифйәновтар балалар йортонан бер туған ике малайҙы ҡосағына ала. Динар һәм Данис яңы мөхиткә аҡрын ғына инеп китә, ҡыҙҙар менән дуҫлаша. Бөгөн ғаилә тәрбиәгә алынған биш баланы ҡарап үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Самира һәм Рияна лицейҙа уҡый, Рамина һәм Динар – Ҡарман мәктәбендә. Кескәйҙәре Данис уҡырға өйрәнә, өйҙә үҙен ысын хужа итеп тоя. Малайҙарҙың сәләмәтлектәрендә тайпылыштар булыуына ҡарамаҫтан, улар хәстәрлек, һөйөү мөхитендә үҙҙәрен ышаныслы тоя. Ғаилә башлығы Марс Зәбир улы малайҙарҙы эш ҡоралдары менән эшләргә, һөнәрҙәргә өйрәтә. Наталья Владимировна – йорт усағын һүндермәй һаҡлаусы уңған хужабикә, балаларҙы оло тормош юлына әҙерләү өсөн бөтә тырышлығын һала. Был ҙур, бәхетле йортта башҡорт һәм мари халыҡтарының байрамдары үткәрелә, милли аш-һыу әҙерләнә. Ҡыҙҙар ҙур теләк менән әсәләренә бәлеш әҙерләшә, аш-һыу серҙәрен үҙләштерә. Балалар әлегә бәләкәй булһа ла, оло хыялдар менән йәшәй, киләсәктәренең өмөтлө, яҡты буласағына шикләнмәй. Самираның Дәүләт Думаһы депутаты, Риянаның пилот булғыһы килә. Уларҙың маҡсатҡа ынтылышлығы, донъяға ышаныс менән ҡарауы – ата-әсә ярҙамы һәм сикһеҙ һөйөүе һөҙөмтәһе ул. – Мин уларҙың һәр береһен үҙемсә яратам, һәр береһе өсөн көйәм. Минең өсөн “үҙемдеке” йәки “сит” тигән һүҙ юҡ – барыһы ла үҙемдеке, – ти Наталья Владимировна. Ғәрифйәновтар ғаиләһе иркен йортта, ҙур хужалыҡ тотоп йәшәй. Һәр кемдең шөғөлө етерлек: мал-тыуарҙы ҡарарға, өй мәшәҡәттәрен башҡарырға, дәрес әҙерләргә кәрәк. Бер-береңә ярҙам итеү, хөрмәт, иғтибар күрһәтеү бында күркәм ғәҙәткә әүерелгән. Ғарифйәновтарҙың ырыҫлы йорто ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙар өсөн ысын мәғәнәһендә бәхет утрауы ул, унда һәр бала һөйөү, ихласлыҡ, ышаныс менән солғанған. Рәсәй Президенты Владимир Путин социаль мәсьәләләр буйынса үткән кәңәшмәләрҙең береһендә дәүләттең тәрбиәгә алыусы институтҡа ярҙам итергә тейешлеген билдәләне. “Был мәсьәлә бик мөһим, шуға күрә, билдәле булыуынса, балаға өй йылыһын бер ни ҙә алыштыра алмай, һәм быға беҙҙә иғтибар бик етди булырға тейеш, – тип белдерҙе ил етәксеһе. – Миңә ҡайһы бер социаль хеҙмәткәрҙәрҙең балалар йорттарына ярҙам итеү кәрәклеге тураһындағы позицияһы ла яҡшы билдәле – был үҙенән-үҙе аңлашыла, шулай эшләргә кәрәк, был йүнәлешкә лә ярҙам итергә кәрәк. Әммә ғаилә ғаилә инде ул”. Ғөмүмән, имен булмаған, ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләр йәки етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар тураһындағы хәстәрлек ҙур иғтибар талап итә. Бындай саҡта дәүләт ярҙамға килә. Балаларҙы тәрбиәләү, белем биреү, уларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса опека һәм попечителлек иңенә ҙур яуаплылыҡ ала. Республикала балалар стационар учреждениеларын яңыртыу, приюттарҙы үҙгәртеп ҡороу – ғаилә сәйәсәтендә яңы йүнәлеш. 2020 йылда тәүге учреждениедар яңы форматта эш башланы. Ҡайһы бер приюттар көндөҙгө учреждениеларға әүерелдерелде. Балалар бында ҡыҫҡа ваҡытҡа шөғөлләнергә килә. Бөтә хеҙмәттәрҙе бушлай алырға мөмкин. Республика буйынса ошондай учреждениелар һаны 12-гә етте. Бынан ике йыл элек Краснокама районындағы приют базаһында республикала тәүге тапҡыр балалар менән ата-әсәләр өсөн бүлексә асылды. Табиптар, психологтар менән проблемалар өҫтөндә эшләгән саҡта ғаиләнең бергә булыуы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә, күп осраҡта ғаиләләр тарҡалмай, балалар ғаиләлә ҡала, ти белгестәр. Әммә беҙҙә ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар ҙа бар. 2025 йылдың 1 июленә алынған мәғлүмәттәр буйынса, уларҙың һаны – 9468. Был элекке йылға ҡарағанда 6,3 процентҡа аҙыраҡ. Бөгөн етемдәрҙең 94 процентҡа яҡыны тәрбиәгә алған ғаиләләрҙә йәшәй. Сит балаларҙы үҙенекеләй яҡын күреп, атай -әсәй һөйөүен йәлләмәйенсә, бөтә тырышлыҡтарын уларҙы аяҡҡа баҫтырыуға биреп, тормошон ошо шәфҡәтле эшкә арнаған ата-әсәләрҙең булыуы үҙе бер табыш. Ғарифйәновтар – тап ошо һоҡланғыс, булдыҡлы ғаиләләрҙең береһе лә инде. Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы: “Берҙәм, ныҡлы һәм бәхетле ғаилә – был берлектәге ҙур хеҙмәт, бының өсөн награда – лайыҡлы балалар. Бөгөн беҙҙең арала – республика геройҙарын, лайыҡлы хеҙмәткәрҙәр, илһөйәрҙәр тәрбиәләгән, ғаилә традицияларын нығытыу өсөн күп эш башҡарған ата-әсәләр. Сикһеҙ һөйөүегеҙ, изге йөрәгегеҙ, һәм хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға сәләмәтлек, ғаиләлә дуҫлыҡ, бер-береңде аңлашып йәшәү һәм именлек теләйем”. Ленара Иванова, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры: “Бөгөн опека органдары алдында торған төп мәсьәлә – дәүләт учреждениеларындағы етемдәр һанын тәрбиәгә алыусы ғаиләләргә урынлаштырыу аша кәметеү. Муниципалитеттар һәм министрлыҡтарҙың берлектәге тырышлығы төбәктә етемлек үҫешен тотороҡландырырға ярҙам итәсәк”. Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Балалар хеҙмәткә өйрәнә, уйнарға ла ваҡыт таба. Шашка ярыштары ғаиләлә яҡшы ғәҙәткә әүерелгән.