Былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған республика педагогтарының август кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәрҙәренә шифаханаларҙа бушлай ял итеү өсөн сертификаттар биреү тәҡдимен еткерҙе. Был башланғыс уҡытыусылар тарафынан ҙур хуплау менән ҡабул ителде. Быйыл июль айында республика Хөкүмәте сертификаттарҙы юллау, ҡулланыу тәртибенә ҡағылышлы махсус ҡарар сығарҙы. Бушлай ялға кемдәр дәғүә итә ала? Сертификатҡа эйә булыу өсөн бер нисә шарттың үтәлеүе мөһим. Беренсенән, педагог Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаһында даими нигеҙҙә эшләргә тейеш. Әлеге мәлдә хеҙмәт иткән ойошмалағы стаждың кәм тигәндә – өс йыл, ә дөйөм педагогия стажының 10 йыл булыуы шарт. Был төбәк мәғарифының эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән, оҙайлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусыларға өҫтөнлөк биреү өсөн эшләнә. Шулай уҡ сертификат юллау өсөн шифахана-курорт дауаланыуы алыуға медицина крһәтмәләренең булыуы һәм сәләмәтлек йәһәтенән сикләүҙәрҙең булмауы мөһим. Педагогтар бушлай ял итеү мөмкинлеге менән өс йылға бер тапҡыр ҡуллана аласаҡ. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Муниципаль белем биреү ойошмаларының педагогия хеҙмәткәрҙәре сертификат алыуға ғаризаны һәм документтарҙы урындағы үҙидара органына (мәғариф бүлеге йәки идаралығына) тапшыра. Ә инде дәүләт белем биреү учреждениеларында эшләүселәр хеҙмәт урыны буйынса мөрәжәғәт итергә тейеш. Уларҙа был эште ойоштороу буйынса яуаплы комиссиялар булдырылды һәм теркәү, иҫәп алып барыуға айырым кеше тәғәйенләнде. Уҡытыусыларға сертификаттарҙы тапшырыу өсөн яуаплы ойошма булараҡ Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты тәғәйенләнгән. Ә дөйөм эште контролдә тотоу БР Мәғариф министрлығы ҡарамағында. Ял нисек ойошторола? Быйыл сертификаттың дөйөм суммаһы 56 мең һум тәшкил итә. Ул ике аҙна, йәғни 14 көн ялға иҫәпләнгән. Ошо сумма, уртаса алғанда, республика шифаханаларында йәшәү, дауаланыу сығымдарын ҡаплай. Әгәр һеҙ һайлаған ял учреждениеһындағы хаҡтар сертификаттың номиналынан ашып китһә, айырманы үҙегеҙгә түләргә тура киләсәк. Шифахананы һәр кем үҙенең шәхсән ихтыяждарынан сығып һайлай ала, әммә төп шарт – ял һәм дауалау учреждениеһы мотлаҡ үҙебеҙҙең республикала урынлашҡан булырға тейеш. Быйыл педагогия хеҙмәткәрҙәренән сертификат алыуға ғаризалар 1 авгусҡа тиклем ҡабул ителде. Киләһе 2026 йылдан 1 февралгә тиклем тапшырыу шарт. Сертификатты алғандан һуң ярты йыл эсендә ҡулланыу зарур. Әгәр хеҙмәткәр ниндәйҙер сәбәп менән шифаханаға бара алмаясағын белһә, был хаҡта урындағы үҙидара органын йәки үҙе эшләгән белем биреү ойошмаһын иҫкәртергә тейеш. Быны сертификаттың яраҡлылыҡ ваҡыты тамамланыуға 15 көндән алдараҡ эшләү шарт. Был осраҡта ял итеү хоҡуғы, исемлеккә ярашлы, киләһе хеҙмәткәргә бирелә. Педагогтар ниндәй фекерҙә? Рәсимә Рауил ҡыҙы БАЯЗИТОВА, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы: – Уҡытыусыларға шифаханала ял итеүгә сертификаттар биреләсәк тигән хәбәрҙе башта ышанмайыраҡ ҡабул иттек. Республика Башлығының ошо хаҡта Указы донъя күргәс, әлбиттә, ныҡ ҡыуандыҡ. Ысынлап та, бөгөн педагог һөнәре яҡлауға мохтаж. Белем усаҡтарында, айырыуса ауыл мәктәптәрендә 30 – 40 йылдан ашыу стажға эйә уҡытыусылар өҫтөнлөк итә. Йәштәр эшкә килһен өсөн уларҙы ылыҡтырырлыҡ хеҙмәт шарттары, ошоноң ише ярҙам сараларының булыуы мөһим. Уҡытыусы йәш быуынға лайыҡлы белем бирә алһын өсөн уның һаулығының һәйбәт булыуы ла шарт, сөнки сәләмәт кеше генә тейешле кимәлдә эшләй ала. Үҙем дә был сертификатты алыуға документтар тапшырҙым. Быйыл булмаһа, киләһе йылдарҙа республикабыҙҙың берәй шәп кенә шифаханаһында ял итеү мөмкинлеге булыр, тип ышанам. Гөлнара Рәхмәт ҡыҙы СОЛТАНОВА, Ҡариҙел районы Абыҙ мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы: – Был башланғысты уҡытыусыларҙың йәмғиәт үҫешенә, йәш быуынды, йәғни кешелекте тәрбиәләүгә индергән ҙур һәм фиҙакәр хеҙмәтен баһалау сағылышы, тип ҡабул иттем. Бер кемгә лә сер түгел, бөгөн педагог хеҙмәте етди көсөргәнеш, яуаплылыҡ талап итә. Күптәр икеләтә йөкләмә алып эшләй, шуға күрә һаулыҡ тураһында хәстәрлек күреү бик мөһим. Эш хаҡтарының ҙурлығы менән дә маҡтана алмайбыҙ, күптәр шифаханаға барып ял итеү хаҡында хыялланмай ҙа ине. Әлбиттә, бындай мөмкинлек өсөн республика етәкселегенә рәхмәтлебеҙ. Уҡытыусыларға шифаханаға сертификат биреү һөнәребеҙҙең абруйын арттырыуға ла булышлыҡ итер, тип уйлайым. Ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләү, аң-белем биреү эшенә бағышлаған, хеҙмәтен яратып башҡарған, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған педагогтар бындай матур бүләккә ысынлап та лайыҡ. Беҙҙә тағы ниндәй ярҙам саралары бар? БДИ-ны 100 балға тапшырған уҡыусыны әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум күләмдә премия бирелә. “Ауыл уҡытыусы” программаһы буйынса эшкә барып, бер миллион һумға торошло бер тапҡыр бирелгән түләү алырға мөмкин. Ауыл ерендә эшләгән 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар 690 мең һумлыҡ сертификат алыуға дәғүә итә ала. Биш йыл дауамында ошондай грантты 525 йәш мөғәллим алыуға өлгәшкән. Быйыл ауыл мәктәптәрен етәкләгән 50 директор ҙа әлеге төр ярҙам алыуға хоҡуҡлы булды. Былтыр балалар баҡсаларында эшләгән 75 иң яҡшы педагогҡа 575 мең һумға торошло грант тапшырылды. Быйыл был ярҙам сараһына тағы 50 тәрбиәсе лайыҡ булды. ФЕКЕР Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: – Республикала 37 меңдән ашыу педагог хеҙмәт итә. Былтыр мин уҡытыусыларыбыҙға республикабыҙ шифаханаларында ял итеү һәм һаулыҡ нығытыу мөмкинлеге булдырырға ҡуштым. Быйыл 1 сентябрҙән тәүге мең уҡытыусы шифахана-курорт дауалауы ала башлаясаҡ. Был эш даими алып барыласаҡ. Фото: terrabashkiria.ru
Былтыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған республика педагогтарының август кәңәшмәһе барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәғариф хеҙмәткәрҙәренә шифаханаларҙа бушлай ял итеү өсөн сертификаттар биреү тәҡдимен еткерҙе. Был башланғыс уҡытыусылар тарафынан ҙур хуплау менән ҡабул ителде. Быйыл июль айында республика Хөкүмәте сертификаттарҙы юллау, ҡулланыу тәртибенә ҡағылышлы махсус ҡарар сығарҙы. Бушлай ялға кемдәр дәғүә итә ала? Сертификатҡа эйә булыу өсөн бер нисә шарттың үтәлеүе мөһим. Беренсенән, педагог Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаһында даими нигеҙҙә эшләргә тейеш. Әлеге мәлдә хеҙмәт иткән ойошмалағы стаждың кәм тигәндә – өс йыл, ә дөйөм педагогия стажының 10 йыл булыуы шарт. Был төбәк мәғарифының эшмәкәрлегенә тос өлөш индергән, оҙайлы хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусыларға өҫтөнлөк биреү өсөн эшләнә. Шулай уҡ сертификат юллау өсөн шифахана-курорт дауаланыуы алыуға медицина крһәтмәләренең булыуы һәм сәләмәтлек йәһәтенән сикләүҙәрҙең булмауы мөһим. Педагогтар