Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Күркә итен Гвинеяға оҙаттыҡ

27 тонна күркә итенән әҙерләнгән ярымфабрикаттар Башҡортостандан Гвинея Республикаһына оҙатылған, тип хәбәр итә "Россельхознадзор" идаралығының республика буйынса матбуғат хеҙмәте. Улар Мәләүез районынан ҡошсолоҡ фермаһы тарафынан экспортҡа әҙерләнгән. Илдә иң эре күркә етештереүсе «СоюзПромПтица» предприятиеһы (Мәләүез районы) республиканан ярымфабрикаттарҙы әүҙем экспортлаусы булып тора. Дөйөм алғанда, был төр продукцияның экспорт күләмдәренең һиҙелерлек өлөшө Башҡортостан Республикаһына тура килә. Төбәктең агросәнәғәт комплексынан продукцияны сит илдәргә һатыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") милли проекты маҡсаттарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Йыл башынан Башҡортостандан Африка илдәренә өс партия 80 тоннанан ашыу күркә ите оҙатылған. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.