4 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш тәртибендә төбәкте үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин үткәрҙе. Көн тәртибендә - коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөүгә ҡаҙна кредиттарын алыуға төбәктәрҙең ғаризаларын ҡарау. Улар иҫәбендә -Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфө аръяғы биләмәһен һыу үткәреү һәм уны ағыҙыу селтәрҙәре менән тәьмин итеү. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың авгусында Хөкүмәт комиссияһы президиумы проекттың беренсе сиратын тормошҡа ашырыуға 8,5 миллиард һумлыҡ ғаризаны хупланы. Радий Хәбиров вице-премьерға республика башланғыстарына ярҙам өсөн рәхмәт әйтте һәм Башҡортостандың Өфө аръяғында 5 миллиард һумға торошло коммуналь инфраструктураның икенсе сиратын төҙөүгә заявка әҙерләүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. - 2025 - 2027 йылдарҙа был биләмәлә ҙур эш күләме башҡарыу көтөлә. Проект бер миллион кешене һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы ағыҙыу сифатын арттырырға мөмкинлек бирәсәк,