Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1 сентябрҙән 7 сентябргә тиклем Балалар араһында сәләмәт тормошто йәйелдереү аҙналығын иғлан итте. Көн һайын юлыма осраған матур итеп кейенгән, арҡаларына биштәрҙәр аҫҡан мәктәпкә барыусы ҡыҙ һәм малайҙарға һоҡланам. Бәхетле, моңһоҙ саҡтары... Бер саҡ ейәндәремдең китап-дәфтәрҙәр һалған сумкаларын күтәреп ҡараһам, иҫем китте, бындай ауыр йөктө көн һайын күтәреп йөрөп, сәләмәтлеккә зыян килмәйме икән? ”Ниңә был хәтлем китапты күтәреп йөрөтәһегеҙ? Бер-икеһен өйҙә ҡалдырығыҙ”, – тим. “Юҡ, өләсәй, барыһы ла кәрәк”, – тип баш ҡына сайҡанылар. Йылдан-йыл мәктәптәрҙә яңы предметтар барлыҡҡа килгәнен күрәбеҙ. Бер яҡтан ҡарағанда, барыһы ла мөһим, береһе лә артыҡ түгел кеүек. Ҡайһы ғына фәнде “кәрәкмәй” тип исемлектән һыҙмаҡ кәрәк? Тик нисек бөтә дәрестәрҙе былай ҙа оҙайлы уҡыу көнөнә индереп бөтөргә һуң? Иң мөһиме, балаларҙың сәләмәтлегенә зыян килтермәҫлек итеп уҡыу процесын нисек ойошторорға? Был һорау, һис һүҙһеҙ, ата-әсәләрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Статистика – үҙ һүҙле, өгөтләүҙәргә буйһонмаусан ғәмәл. Уға ярашлы, өлкән кластарға һау-сәләмәт уҡыусылар һаны өс процент ҡына тәшкил итә. Хәҙерге заман үҫмерҙәренең күпселегендә икешәр-өсәр хроник сир диагнозлана. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәләрҙең ни бары 45 проценты ғына мәктәптә балаларының сәләмәтлеге ҡаҡшауына борсолоп йәшәй. Табиптар фекеренсә, күптәре аҙ хәрәкәтләнеү арҡаһында сәләмәтлеген юғалта, ә бит хәрәкәт – физиологик талап, улар өсөн һулар һауалай мөһим. Һөҙөмтәлә башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙың күҙ күреүе насарлана, буй-һыны боҙола, ә өлкән кластарҙа көсөргәнешле уҡыуҙан тағы бер “мәктәп” сире – гастрит баш ҡалҡыта башлай. Яңыраҡ Дәүләт Думаһында ла мәктәптәрҙә балаларға ҙур көсөргәнеш төшөүе, сәләмәтлектәре ҡаҡшауы тураһында һүҙ сыҡты. Улай ғына ла түгел, Мәғариф буйынса комитетҡа уҡытыусылар, министрлыҡ, ата-әсәләр һәм эксперттар менән фекер алышыуҙы ойоштороу эше ҡушылды. Мәсьәлә борсолмаҫлыҡ түгел, өлкән класс уҡыусыларына көсөргәнеш санитар-эпидемиологик нормаларҙан 30 процентҡа артҡан. “Баланы сәләмәт булһын өсөн һаҡларға һәм бының өсөн бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Бөгөнгө мәктәптәрҙәге кеүек артыҡ көсөргәнеш булмаһын. Бала өйгә арып-талсығып ҡайта, был уның сәләмәтлегендә сағыла. Ошо тәңгәлдә аҡыллы ҡараш булырға тейеш, беҙ уҡыу процесына әле бер нәмәне индерәбеҙ, әле икенсене, әле өсөнсөнө. Ә һөҙөмтә ниндәй?” – тип борсолоу белдергән Рәсәй Дәүләт Думаһы рәйесенең һүҙҙәрен күптәр хуплар ине. Эксперттар күптән уҡыу программаһының артыҡ ҡатмарлы һәм көсөргәнешле булыуы, физик арыу һәм аҡыл йәһәтенән ҡаҡшауҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙы кәметеүе, сәләмәтлектең насарланыуы тураһында саң ҡаға. Улар уҡыу программаһын яңынан ҡарауҙы, камилләштереүҙе талап итә. Хәҙерге заманда кешегә ғүмер буйы уҡырға тура килә һәм бының өсөн уның сәләмәтлеге яҡшы булырға, оҙаҡ йылдарға етергә тейеш. Байтаҡ йылдар балалар табибы, невролог булып эшләгән Нәсимә Талип ҡыҙы Хәйҙәрова уҡыусыларҙың сәләмәтлеген һаҡлау буйынса ҡайһы бер кәңәштәре менән уртаҡлашты. – Белем алыу ҙур көс талап итә. Беҙ балаларҙың мәктәпкә уҡырға йөрөүен ғәҙәти эш, уларҙың көндәлек бурысы итеп ҡабул итәбеҙ. Ә уларҙың был хәлде нисек кисереүен аңлап етмәйбеҙ һымаҡ... – Бала мәктәпкә уҡырға ваҡыт етеүен шатланып көтөп ала, әммә күп тә үтмәй күңеле ҡайтыуы, төшөнкөлөккә бирелеүе ихтимал. Кисә генә ҡайһылай рәхәт ине, ә бөгөн йоҡоң туймаһа ла күҙҙәреңде ыуа-ыуа тораһың, арлы-бирле ҡапҡылайһың да ауыр сумкаңды күтәреп мәктәпкә юлланаһың. Бер мәктәптә генә уҡыу етмәгән, һине музыка, спорт мәктәптәре, түңәрәктәр көтә. Ҡайтып инеү менән өйгә эштәрҙе башҡарыу тураһында уйланаһың... Белем алыу, уны даими камиллаштырып йәшәү тәбиғи ғәмәл, ул кешегә ауырлыҡ та, сир ҙә килтермәй. Бары гигиена талаптарын дөрөҫ үтәү мөһим. Йоҡо туйҙырыуҙың мөһимлеген һәр кем белә. Микроэлементтар һәм минералдар етешмәгәндә мускулдар ауыртына. Уларҙың насар үҙләштерелеүенә тәмле-татлы ризыҡтар, газлы эсемлектәр ҡамасаулай, ә ҡара икмәктә, йәшелсә, еләк-емештә микроэлементтар етерлек. Тимәк, йыш кәнфит һурып, һағыҙ сәйнәп йөрөгән бала сәләмәт була алмай. Ауыр сумка менән көн дә мәктәпкә йөрөү үҫеүсе организмға, буй-һын, умыртҡа торошона ныҡ тәьҫир итә. Оҙаҡ хәрәкәтһеҙ ултырыу баланы арыта. Шуға уның борғоланып, кирелеп, һуҙылып та алыуы бик тәбиғи, сөнки шул рәүешле мускулдар йомшара, ҡан йөрөшө яҡшыра. Хәрәкәтсән уйындар, һөнәрҙәр, бейеү тап шуға ярҙам итәсәк. Уҡыусы мәктәпте тамамлағанға тиклем үҫә, нығына, артабан да физик йәһәттән камиллашыуын дауам итә. Кесе мейенең үҫеүе баланың үҫеше менән бер рәттән бара, ул мускулдарҙың берҙәм һәм теүәл эшләүе өсөн яуаплы. Уның эшсәнлеген күнегеүҙәр ярҙамында яҡшыртып була. Физик яҡтан өлгөрөп етмәйенсә, был ағзаны тулыһынса камил тип әйтеп булмай. Шуға күрә был осорҙа баланың ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә хәүеф тыуҙырыу ихтималлығы көслө булған мотоцикл, спорт һәм эш ҡоралдары менән эш итеү тыйыла. – Ситтән ҡарағанда, кеше ҡартайғас ҡына сиргә юлыға һәм бирешә кеүек. Һеҙҙеңсә, сәләмәтлеккә нигеҙ бала саҡтан уҡ һалына... – Беҙ ҡарт тип уйлаған кешеләрҙең барыһы ла сирле түгел бит. Сәстәре салланһа ла, үҙҙәрен һау-сәләмәт тойоп йәшәгән кешеләр етерлек, сөнки улар уҡыу, эш менән бергә үҙҙәрен һаҡлай ҙа белгән. Бала саҡта ауыртыуҙарҙан ҡурҡабыҙ, тәнебеҙҙе йәрәхәттәрҙән һаҡлайбыҙ. Беҙҙе ауыртыу тойғоһо күп кенә бәләләрҙән һаҡлай. Әммә был фекер бөтә осраҡтарға ла ҡағылмай. Мәҫәлән, ҡайһы бер халыҡтарҙа балаларҙың тәкмәс атып уйнауын тыялар, был һис тә юҡҡа түгел, сөнки уларҙың нығынып етмәгән муйын һөйәге аҙ ғына шыуып китһә лә сәләмәтлеккә ҙур зыян килеүе, баш әйләнеүе, күҙ күреүе насарланыуы ихтимал. Умыртҡа артерияһынан ҡан тейешенсә йөрөп тормаһа, мейенең вегетатив нервы системаһы, эмоция һәм эске биҙҙәр өсөн яуаплы өлөшөнө лә зыян килеүе мөмкин. Бала башы менән бәрелгәндән һуң мейе һелкенеүен тоймауы ла ихтимал, зарар килгәнен хәл юҡлыҡтан, хәтер насарланғандан һуң ғына һиҙемләргә була. Ата-әсәнең улы йәки ҡыҙының хәл-торошона иғтибарлы булыуы мөһим. – Үҫмерҙәр йыш ҡына тиҙерәк үҫеп етергә ынтыла. Буйға үҫеү тиҙлеге нимәгә бәйле? – Физкультура дәрестәрендә уҡыусыларҙы буйға ҡарап сафҡа теҙәләр. Билдәле инде, һәр үҫмерҙең алғы рәттә булыу, иптәштәренән ҡалышмау тойғоһо көслө. Буйға үҫеү тиҙлеге төрлөсә бара, әле генә “ҡойроҡта” йөрөгән баланың алдағы иптәшен уҙып киткән осраҡтар ҙа була. Үҫеү өсөн төп сиратта туҡланыуға иғтибар бирергә кәрәк. Ит, һөт, йәшелсә, еләк-емеш үҫеүгә ярҙам итә. Төҙөү материалының төп өлөшөн тәшкил иткән аҡһым сығанағына ит, һөт һәм йомортҡаны индерергә мөмкин. Татлы, шәкәрле аҙыҡтарҙа “төҙөлөш” материалдары юҡ. Тәмәке тартыу, алкоголле эсемлектәр үҫеүҙе тотҡарлай ғына. Ауыр йөк күтәреү, һыу ташыу, көсөргәнешле физик эш, ауыр атлетика менән шөғөлләнеү ҙә үҫеүгә ныҡ ҡамасаулай. Бейеклеккә, оҙонлоҡҡа һикереү, баскетбол, волейбол, йөҙөү – үҫмерҙәр өсөн бик файҙалы спорт төрҙәре. Малайҙарҙың үҫеүе 25 йәшкә тиклем дауам итә. Башҡаларҙан аҙ ғына тәпәшерәк булыуҙан тартынырға, оялырға ярамай. Алтын ҙур булмай, тигән халыҡ әйтемен ишеткәнегеҙ барҙыр. Аҡыл менән буй оҙонлоғо бер-береһенә һис бәйләнмәгән. Ана, япондар барыһы ла бәләкәй кәүҙәле, ә Япония – иң алға киткән илдәрҙең береһе. Ҡытайҙар ҙа буй оҙонлоғо менән маҡтана алмай, ә беҙҙән уртаса биш йылға оҙағыраҡ йәшәй. Донъяла бик күп танылған шәхестәр бәләкәй буйлы булған. Шуға күрә борсолорға ярамай, балағыҙҙың аҡыллы һәм сәләмәт булыуы күпкә мөһимерәк. – Нәсимә Талип ҡыҙы, балаларҙың йәш организмында иммунитет ҡеүәтен кәметмәү өсөн нимә эшләргә кәрәк? – Иммунитет булғанға күрә организмда күп микробтар, вирустар, артыҡ күҙәнәктәр үрсеп китә алмай. “Иммунитет” латин телендәге “immunis” һүҙенән килеп сыҡҡан. Боронғо Римдә хөкүмәт тарафынан ҡайһы бер йөкләмәләрҙән азат ителгән кешене шулай атағандар. Иммунитеттың ҡеүәте дөрөҫ туҡланмауҙан, тирә-яҡ мөхиттәге зарарлы тәьҫирҙәрҙән, антибиотиктарҙы самаһыҙ ҡулланыуҙан, туйғансы йоҡламауҙан түбәнәйеүе мөмкин. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары ла иммунитетты кәметә. Саф һауала йөрөү, режимды тотоу, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыу ҙур роль уйнай. Яҡшы иммунитет киләсәк быуындың сәләмәтлеге өсөн дә кәрәк. Боронғолар әйтмешләй, әҙәп төбө – матур ғәҙәт. Ғәҙәт башы – изге ниәт, йәғни белемле, һөнәрле, тәртипле һәм сәләмәт кеше булыу теләге. Бының өсөн балаларҙы бәләкәй саҡтан уҡ санитария-гигиена талаптарын үтәүгә, йоғошло сирҙәрҙән һаҡлаған вакцина яһатыуға, кешеләрҙе яратыуға өйрәтергә кәрәк. Донъяға ыңғай ҡараш, яҡшылыҡ, изгелек тәрбиәләү күпселек осраҡта үҙебеҙҙән тора. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: өҫтәлдә яртылаш һыу һалынған стакан тора. Берәү уның “яртыһы буш” икәнен, икенсе кеше “яртыһы тулы” булыуын раҫлар. Тимәк, тормоштоң тулылығын күрергә өйрәтеү ҙә йән тыныслығын һаҡлауҙа кәрәкле ғәмәл. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 1 сентябрҙән 7 сентябргә тиклем Балалар араһында сәләмәт тормошто йәйелдереү аҙналығын иғлан итте. Көн һайын юлыма осраған матур итеп кейенгән, арҡаларына биштәрҙәр аҫҡан мәктәпкә барыусы ҡыҙ һәм малайҙарға һоҡланам. Бәхетле, моңһоҙ саҡтары... Бер саҡ ейәндәремдең китап-дәфтәрҙәр һалған сумкаларын күтәреп ҡараһам, иҫем китте, бындай ауыр йөктө көн һайын күтәреп йөрөп, сәләмәтлеккә зыян килмәйме икән? ”Ниңә был хәтлем китапты күтәреп йөрөтәһегеҙ? Бер-икеһен өйҙә ҡалдырығыҙ”, – тим. “Юҡ, өләсәй, барыһы ла кәрәк”, – тип баш ҡына сайҡанылар. Йылдан-йыл мәктәптәрҙә яңы предметтар барлыҡҡа килгәнен күрәбеҙ. Бер яҡтан ҡарағанда, барыһы ла мөһим, береһе лә артыҡ түгел кеүек. Ҡайһы ғына фәнде “кәрәкмәй” тип исемлектән һыҙмаҡ кәрәк? Тик нисек бөтә дәрестәрҙе былай ҙа оҙайлы уҡыу көнөнә индереп бөтөргә һуң? Иң мөһиме, балаларҙың сәләмәтлегенә зыян килтермәҫлек итеп уҡыу процесын нисек ойошторорға? Был һорау, һис һүҙһеҙ, ата-әсәләрҙе лә ҡыҙыҡһындыра. Статистика – үҙ