Сентябрҙә «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» тигән Бөтә Рәсәй конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Ойоштороусылар Рәсәйҙең 89 субъектынан «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» исеменә көрәшергә теләүселәрҙән ғаризалар көтә. Конкурс ун беренсе тапҡыр үтә. Унда ҡатнашыу өсөн субъекттар жюри ҡарамағына 2024–2025 йылдарҙа әҙәбиәткә, китапҡа һәм уҡыуға бағышлап үткәрелгән берәй әһәмиәтле сараның презентацияһын тәҡдим итергә тейеш. Ғәҙәттә, жюри Рәсәй Президенты В.В. Путин иғлан иткән йыл темаһына бағышланған проекттарға һәм сараларға айырым иғтибар бүлә. Быйылғы Ватанды һаҡлау йылында махсус хәрби операция геройҙарына һәм ҡатнашыусыларына, шулай уҡ нацизмға ҡаршы көрәшеп, Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн ҡараһрманлыҡ күрһәткән ата-бабаларыбыҙға айырым иғтибар бирелә. Рәсәй китап союзы президенты Сергей Степашин етәкселегендәге абруйлы жюри составына китап һәм китапхана берләшмәләре, власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, журналистар, әҙәбиәт тәнҡитселәре һәм яҙыусылар инә. Улар алдында ҡатмар
«Рәсәйҙең әҙәби флагманы» конкурсы ҡатнашыусыларҙы көтә
4 сентября 20254 сен 2025
1 мин