Илдә махсус хәрби операция башланыу менән һәр кем ҡулынан килгәнсә яугирҙәргә ярҙам итә, гуманитар ылау туплауҙа үҙ өлөшөн индерә. Шулай уҡ яугир ғаиләләре лә иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында ауылдаштары махсус хәрби операция ветераны Рөстәм Ишмырҙиндың янған өйөн, урамын таҙалап өмә үткәргәндәр. Был хаҡта Иҫке Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев хәбәр итә. “Был эштә әүҙемлек күрһәтеүсе ауылдаштарыма, ҡатын-ҡыҙҙар советына ҙур рәхмәтемде белдерәм. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге,эшегеҙҙә уңыштар, аяҙ күк йөҙө теләйем! Һуғыштар бөтөп, егеттәребеҙ имен һау ҡайтып инһен, Аллаһ бойорһа”, - тип яҙған ауыл биләмәһе башлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ин