6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле буйында үтәсәк "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивалендә продуктив йылҡысылыҡты үҫтереүҙең заманса йүнәлештәре тикшереләсәк. Түңәрәк өҫтәлдә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, Башҡорт аграр университеты, «Башкорт аты» АНО ғилми-тикшеренеү институты, Башҡортостан Республикаһының йылҡысылыҡты үҫтереү ассоциацияһы вәкилдәре, ҡымыҙ етештереү һәм йылҡы ите продукцияһын эшкәртеүсе хужалыҡтар вәкилдәре, йылҡы тотоу өсөн төрлө ҡорамалдар етештереүселәр ҡатнашасаҡ. Сарала йылҡысылыҡ тармағына дәүләт ярҙамы күрһәтеү, йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләләрен өйрәнеү, аҙыҡ һатып алыу һәм һаҡлау буйынса заманса технологиялар буйынса фекер алышыуҙар планлаштырыла. Бынан тыш, бизнес-программала йылҡысылыҡ тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү, шулай уҡ тармаҡ продукцияһын эшкәртеү һәм һатыу темаһы буйынса фекер алышыу ҡаралған. Сара йылҡы малы һәм йылҡысылыҡ продукцияһын экспортлау йүнәлешенә ҡағыласаҡ, йылҡысылыҡ фермаларын үҫтереү буйынса уңышлы тәжрибә ҡараласаҡ. Бынан тыш,
"Башҡорт аты” фестивалендә продуктив йылҡысылыҡты үҫтереү мәсьәләһе тикшереләсәк
3 сентября 20253 сен 2025
1 мин