Найти в Дзене

Хәйбулла районын төтөн солғап алды...

Ырымбур өлкәһе Медногорск муниципаль округында тәбиғи янғын тиҙ арал ҙур биләмәне солғап алған. Иҙелбай һәм Ибраһим ауылдарын һаҡлау өсөн саралар күрелә. Иҙелбай тирәһендә 100 гектар, Беләүтамаҡ ауылы тирәһендә 240 гектар майҙанда ҡоро үлән һәм ағас-ҡыуаҡтар яна. Таңға ҡарай ут Рыҫай ауылы янындағы тауҙарға барып еткән. Ут менән һаҡ эш итергә һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегҙҙе һорайбыҙ: янған шырпыны һәм тәмәке төпсөгән ырғытмаҫҡа, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, елле көндә ут яҡмағыҙ. Ҡояш нуры төшкән асыҡ урында шешә йәки быяла ярсығын ҡалдырмағыҙ, сөнки улар тоҡандырғыс кеүек, ут сығыуға булышлыҡ итә. Ут менән һаҡ эш итәйек!

Ырымбур өлкәһе Медногорск муниципаль округында тәбиғи янғын тиҙ арал ҙур биләмәне солғап алған. Иҙелбай һәм Ибраһим ауылдарын һаҡлау өсөн саралар күрелә.

Иҙелбай тирәһендә 100 гектар, Беләүтамаҡ ауылы тирәһендә 240 гектар майҙанда ҡоро үлән һәм ағас-ҡыуаҡтар яна. Таңға ҡарай ут Рыҫай ауылы янындағы тауҙарға барып еткән.

Ут менән һаҡ эш итергә һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегҙҙе һорайбыҙ: янған шырпыны һәм тәмәке төпсөгән ырғытмаҫҡа, усаҡты ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа, елле көндә ут яҡмағыҙ. Ҡояш нуры төшкән асыҡ урында шешә йәки быяла ярсығын ҡалдырмағыҙ, сөнки улар тоҡандырғыс кеүек, ут сығыуға булышлыҡ итә. Ут менән һаҡ эш итәйек!