Найти в Дзене

Комплексҡа ихтыяж юғары

Бөгөн, 3 сентябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Мобитрак МТ-8» мобиль реабилитация комплексы мөмкинлектәре менән танышты. 20 квадрат метр майҙанлы күсмә модуль хәрәкәттәрҙе координациялау һәм йөрөү функцияларын тергеҙеү, терәк-хәрәкәт системаһын нығытыу өсөн механик тренажерҙар менән йыһазландырылған. Көн һайын реабилитация комплексы 25-кә тиклем кешене хеҙмәтләндерә ала. Реабилитация ҡорамалдарын эшләүсе, «Мин булдыра алам» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы рәйесе Марат Ильясов, тәҡдим ителгән комплекс – «Мобитрак»компанияһы менән берлектәге проект, тип билдәләне. Уны бер нисә тораҡ пунктта, шул иҫәптән Шишмә районында һынап ҡарағандар ҙа инде. Белгестәр терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған халыҡты реабилитациялауҙағы алға китеште билдәләне. «Мобитрак» компанияһының генераль директоры Рафаэль Хәбиров һөйләүенсә, модуль өсөн ҡорамалдарҙы Белоретта һәм Октябрьскийҙа етештергәндәр. Уны Урал спорт инвентары заводы һәм “Пакер” ғилми-производство фирмаһы етештергән. Киләсәктә мобиль к

Бөгөн, 3 сентябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Мобитрак МТ-8» мобиль реабилитация комплексы мөмкинлектәре менән танышты. 20 квадрат метр майҙанлы күсмә модуль хәрәкәттәрҙе координациялау һәм йөрөү функцияларын тергеҙеү, терәк-хәрәкәт системаһын нығытыу өсөн механик тренажерҙар менән йыһазландырылған. Көн һайын реабилитация комплексы 25-кә тиклем кешене хеҙмәтләндерә ала. Реабилитация ҡорамалдарын эшләүсе, «Мин булдыра алам» коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы рәйесе Марат Ильясов, тәҡдим ителгән комплекс – «Мобитрак»компанияһы менән берлектәге проект, тип билдәләне. Уны бер нисә тораҡ пунктта, шул иҫәптән Шишмә районында һынап ҡарағандар ҙа инде. Белгестәр терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған халыҡты реабилитациялауҙағы алға китеште билдәләне. «Мобитрак» компанияһының генераль директоры Рафаэль Хәбиров һөйләүенсә, модуль өсөн ҡорамалдарҙы Белоретта һәм Октябрьскийҙа етештергәндәр. Уны Урал спорт инвентары заводы һәм “Пакер” ғилми-производство фирмаһы етештергән. Киләсәктә мобиль комплекстарҙы йыйыуҙы һәм хеҙмәтләндереүҙе Башҡортостанда ла ойошторорға планлаштыралар. Мәғлүм булыуынса, 2025 йылдың ғинуарында «Инвестиция сәғәте»ндә «Мобитрак» компанияһы төрлө тәғәйенләнештәге махсуслаштырылған трейлерҙар эшләү буйынса комплекс төҙөү проектын тәҡдим иткәйне. Һүҙ йәмәғәт туҡланыуы мобиль пункттары, офистар һәм ҡунаҡхана комплекстары, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге һәм социаль өлкә өсөн башҡа объекттар сығарыу тураһында бара. Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операция ветерандарын реабилитациялау өсөн файҙаланырға мөмкин булған комплекстың көнүҙәк булыуын билдәләне. Радий Хәбиров «Мобитрак» компанияһы вәкилдәрен проектты медицина белгестәре баһалай һәм фекер алышыу йомғаҡтары буйынса артабанғы хеҙмәттәшлек буйынса тәҡдимдәр индерә алһын өсөн республика Инвестиция комитеты ултырышына саҡырҙы. Төбәк етәксеһе шулай уҡ «РД-800» күп маҡсатлы катер өлгөһөн ҡараны. Уны Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотының техник заданиеһы буйынса Башҡортостандың Диңгеҙ йыйылышы менән берлектә әҙерләгәндәр. Техника республика биләмәһендә, шул иҫәптән Рәсәй Оборона министрлығы ихтыяждары өсөн етештерелә. Фото: glavarb.ru