Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 5 сентябрҙә Сибай ҡалаһында “Урал аръяғы-2025” инвестиция һабантуйы үтә. Сара сиктәрендә ошо уҡ көндә Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килеүенә 70 йыл тулыу айҡанлы Ҡала көнө уҙғарыла. Ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле концерт, күңелле саралар көтә. Көндөҙгө 12.00 сәғәттән киске 23.00 сәғәткә тиклем Үҙәк майҙанда сағыу концерт номерҙары тәҡдим итәләсәк. Балалар сығышынан башланған концерт билдәле йырсылар, атап әйткәндә, Х.Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының тынлы оркестры, Карина, «NAZGUI», «Зәйнетдин» этно-проекттары, «Әй-Йола» төркөмө һәм башҡалар сығыш яһай. Шулай уҡ майҙанда төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, байрам сауҙаһы, уйындар ойошторола, фотозоналар эшләй. «Урал аръяғы терраһы»нда, йәғни ял һәм мәҙәниәт паркында, иртәнге 10-дан 14.00 сәғәткә тиклем төрлө ярыштар уҙғарыла, бал йәрминкәһе үтә, уҡ атыу ярышы уҙғарыла, спорт уйындары ойошторола. Шулай уҡ төрлө күргәҙмәләр, һатыу нөктәләре эшләйәсәк. Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан.