Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Гөлсөм Бикбулатова тәнҡит утына эләккән

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, яратҡан йырсыбыҙ Гөлсөм Бикбулатоваға ла ошо көндәрҙә тамашасыларҙан тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килгән. Йырсы “Тинькофф хол”да 90-сы йылдар дискотекаһында яурындары ҡанат формаһында ҡабартылған, тубыҡтан ғына торған ҡыҫҡа итәкле күлдәк менән сығыш яһаған. "Ҡайһы бер тамашасыға ошолай сығыуым оҡшап етмәне. Социаль селтәрҙә был хаҡта байтаҡ ҡына ваҡыт һүҙ барҙы. Хатта Ольга Бузова менән сағыштырыусылар ҙа табылды. “Концерт-дискотекала ундай кейемдә сығыш яһау яҙыҡ түгел”, тип тә аҡланып ҡараным, ти йырсы. Һомғол кәүҙәһенә нисек кейенһә лә оҡшай ул Гөлсөмгә! Ә йырҙары һуң... тауышына хатта һандуғастар ҙа көнләшәлер. Фото: телеграм