Быйыл Башҡортостан Республикаһының һыу объекттарында 304 кеше, шул иҫәптән 49 бала ҡотҡарылған. Йыл башынан алып һыуҙа 60 кеше һәләк булған, шул иҫәптән һыу инеү миҙгелендә 43 кеше (был былтырғыға ҡарағанда 12 процентҡа кәмерәк). Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып һыу объекттарында республика халҡының һәм ҡунаҡтарының хәүефһеҙ һәм уңайлы ялы өсөн 62 муниципалитет биләмәһендә 202 пляж йыһазландырылған, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 28 урынға күберәк. Ҡотҡарыу инвентары менән ике меңдән ашыу ҡотҡарыу щиты һәм 16 мең самаһы тыйыу-иҫкәртеү аншлагы ҡуйылған. 279 ваҡытлыса хәүефһеҙлек посы ҡуйылған, 50 меңдән ашыу профилактик рейд үткәрелгән, 5,5 меңдән ашыу иҫкәртмә таратылған. Быйыл һыу инеү миҙгелендә һыу өҫтөндәге фажиғәләрҙең төп сәбәптәре: - маҡсатлы йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеү; - балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу; - эскән килеш һыуға төшөү. Һыуҙа һәләк булғандарҙың 71 проценты - ир-егеттәр. Йылдың һәр миҙгелендә лә һыу (йылға, күл, һыу ятҡылыҡтары) кеше өсөн хәүеф сығанағы булып тороуы тураһында онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Рәмилә МУСИНА фотоһы.