"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында Башҡортостан йыйылма командаһы составына ингән махсус хәрби операция ветерандарын тантаналы шарттарҙа бүләкләү ойошторолдо. Түбәнге Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһында үткәрелгән Ватан һаҡсылары кубогына ярышта яҡташтарыбыҙ өс алтын һәм бер көмөш миҙал яулаған. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - республикабыҙҙың спорт министры Руслан Хәбибов бүләкләнеүселәрҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотланы һәм былай тине: – Һеҙ бөгөн дә алғы һыҙыҡта булыуығыҙҙы дауам итәһегеҙ, һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ. Барыбыҙға ла бик ҙур бурыстар йөкмәтелгән, шуларҙың береһе – үҫеп килеүсе йәш быуынды һәр яҡлап та тәрбиәләү. Ысынында, йәштәр менән көслөбөҙ. Был тәңгәлдә белем усаҡтарында иҫ киткес файҙалы эштәр алып барыла. Ошо көндәрҙә уларҙың бөтәһендә лә Белем көнө байрамдары үтте. Шәхсән миңә 161-се лицейҙа ҡатнашыу бәхете тәтене. Махсус хәрби операцияла илебеҙҙең тыныслығы өсөн ғүмерҙәре өҙөлгән батырҙарҙың балаларын тәүге тапҡыр мәктәптә а