Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Райондың баш агрономы ул Гүзәл ханым!

Иген үҫтереү, илде икмәкле итеү кеүек ҙур яуаплылыҡ һалынған ауылдарыбыҙға. Ябай, тырыш, тынғыһыҙ ауыл кешеләре башҡара уны. Салауат районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваны баҫыуҙа эш мәлендә тап иттек. Ер эше, ауыл тормошо яҡын уның күңеленә, шуға ошондай һөнәрҙе һайлаған. – Үҙем Ҡарағол ауылынан. Атайым механизатор булып эшләне, маҡтаулы хеҙмәткәр булды һәр ваҡыт. Әсәйем дә колхозда хеҙмәт итте. Әле икеһе лә хаҡлы ялдалар. Район үҙәгендә бухгалтерҙар курсын тамамлағас, мин дә тыуған районымда төпләнеп ҡалдым, – тип һөйләп алып китте үҙе тураһында. Һуңынан Башҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлай. Райондың баш агрнономы вазифаһында ул хәҙер бишенсе йыл эшләй. – Эшем бик оҡшай. Ауыл тормошон яратҡанға ла һөнәрем күңелемә яҡын. Үҙемдең шәхси йортом бар. Баҡса, сәскәләр үҫтерергә яратам. Беҙҙең яҡта тупраҡ әсе. Шуға ашламалар ҡулланып, йәшелсә-емеш үҫтергәндә төрлө алымдарҙы һынайым. Шулай ҙа химикаттар ҡулланырға тырышмайы

Иген үҫтереү, илде икмәкле итеү кеүек ҙур яуаплылыҡ һалынған ауылдарыбыҙға. Ябай, тырыш, тынғыһыҙ ауыл кешеләре башҡара уны. Салауат районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге баш агрономы Гүзәл Юлдашбаеваны баҫыуҙа эш мәлендә тап иттек. Ер эше, ауыл тормошо яҡын уның күңеленә, шуға ошондай һөнәрҙе һайлаған. – Үҙем Ҡарағол ауылынан. Атайым механизатор булып эшләне, маҡтаулы хеҙмәткәр булды һәр ваҡыт. Әсәйем дә колхозда хеҙмәт итте. Әле икеһе лә хаҡлы ялдалар. Район үҙәгендә бухгалтерҙар курсын тамамлағас, мин дә тыуған районымда төпләнеп ҡалдым, – тип һөйләп алып китте үҙе тураһында. Һуңынан Башҡортостан дәүләт аграр университетының агрономия факультетын тамамлай. Райондың баш агрнономы вазифаһында ул хәҙер бишенсе йыл эшләй. – Эшем бик оҡшай. Ауыл тормошон яратҡанға ла һөнәрем күңелемә яҡын. Үҙемдең шәхси йортом бар. Баҡса, сәскәләр үҫтерергә яратам. Беҙҙең яҡта тупраҡ әсе. Шуға ашламалар ҡулланып, йәшелсә-емеш үҫтергәндә төрлө алымдарҙы һынайым. Шулай ҙа химикаттар ҡулланырға тырышмайым. Яндырмаһын өсөн самалап ҡына тауыҡ тиҙәге, тиреҫ менән ашларға тырышам. Ер эшенән күңел ҡәнәғәтлеге алам. Ҡалаға барһам, 1-2 көндән ҡабат ауылға ҡайтаһы килә башлай, – ти Гүзәл Шакирйән ҡыҙы. Әйткәндәй, ҡыҙы Гөлнәзирә лә ситкә китмәгән. Юғары уҡыу йортон тамамлап, район хакимиәтендә хеҙмәт итә. Был ғаиләлә йәнтөйәгеңә файҙа килтереп йәшәү өҫтөн ҡуйылған. Гүзәл Шакирйән ҡыҙы эшенә мөкиббән киткән яуаплы белгес кенә түгел, райондың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Район ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесенең урынбаҫары ла ул. Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ярҙам итеү буйынса улар ҙур эш алып бара. Ойоштороу һәләте унда электән бар. Быға тиклем Йәштәр советын етәкләгәндә, ирекмәндәрҙе туплай, республика кимәлендә йәштәр форумы уҙғарыуға өлгәшә. Кешеләр менән аралашыуы, халыҡ араһында булыуы оҡшай. Шуға ла йәмәғәт эшен дә күңел һалып, яратып башҡара Гүзәл ханым. Автор фотоһы.