Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 6 сентябрҙә Баймаҡ районы Граф күле янында "Башҡорт аты" этномәҙәни фестивале була. Сара сиктәрендә, "Башҡорт аты - Башҡортостандың бренды" документаль фильмының промо-роликының презентацияһы күрһәтеләсәк. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ул Башҡортостандың йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, шулай уҡ башҡорт аты брендын федераль кимәлдә танытыуға йүнәлтелгән. Кино төшөрөү республиканың төрлө райондарында, шул иҫәптән йылҡысылыҡ йолалары айырыуса һаҡсыл һаҡланған Баймаҡ районында барҙы. Алғы планда – башҡорт тәбиғәтенең матурлыҡтары, данлыҡлы башҡорт аты һәм туған тел. Фильмдың айырым ҡиммәтен уның геройҙары – тамашасыларҙы төбәктең йолалары, мәҙәниәте менән таныштырыусы кешеләр бирә. Улар араһында “Ирәндек” этнотурынан Айһылыу Фәйзуллина ҡымыҙ эшләү серҙәре менән уртаҡлаша. Рәсих Йортбәков йәштәрҙе ат спортына йәлеп итеүе, шул иҫәптән джигитовка алымдарын үҙләштер
"Башҡорт аты - Башҡортостандың бренды" документаль фильмы күрһәтеләсәк
2 сентября 20252 сен 2025
1 мин