Найти в Дзене

Әсәйһеҙ ҡалған малайҙар беренсе класҡа барҙы

Ике йыл элек, 2023 йылдың 9 май төнөндә йырсы Әнүәр Нурғәлиевтең һеңлеһе Диана сәфәрова юл фажиғәһендә һәләк булғайны. Уның ҡыҙы һәм игеҙәк улдары бар. Аишаға һигеҙ булһа, малайҙарға дүрт йәш кенә ине. Балаларҙың яҡын туғаны - йырсы Әнүәр Нурғәлиев уларҙы яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа һүҙ биргәйне. Ысынлап та, балаларҙы гел хәстәрләп тора, афарин! Кисә Сәйет менән Сәлмән беренсе класта уҡый башланы. Һәм бабайҙары уларҙы мәктәпкә оҙатып барҙы. Тантаналы линейкала булып, малайҙарҙы беренсе уҡытыусылары Людмила Михайловна Переверзина ҡулына тапшырҙы. Сәйет менән Сәлмән төплө белем алып, яҡшы кешеләр булып үҫһен! Ә Әнүәр Нурғәлиевкә балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа уңыштар һәм һаулыҡ теләйек. Фото: Ә. Нурғәлиевтең шәхси архивынан.