Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

12 вагон он оҙаттылар

Башҡортостандан бойҙай һәм арыш оно менән 12 тимер юл вагоны экспортҡа оҙатылды. Уны Азербайжан һәм Төркмәнстан һатып алған. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национального проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. 760 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы партияны республиканың Дәүләкән һәм Баймаҡ райондары он тартыу предприятиелары әҙерләгән. Бөтә тауар өлгөләре кәрәкле лаборатория экспертизаһын үтте, тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙың төбәк идаралығында. Идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса тауарҙа хәүефле карантин организмдары һәм ҡоротҡостар табылмаған. Экспорт тауары импортлаусы илдәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса тап килә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала он етештереү күләме 29 процентҡа артҡан. Йыл башынан алып Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортла

Башҡортостандан бойҙай һәм арыш оно менән 12 тимер юл вагоны экспортҡа оҙатылды. Уны Азербайжан һәм Төркмәнстан һатып алған. Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национального проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла. Был хаҡта республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. 760 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы партияны республиканың Дәүләкән һәм Баймаҡ райондары он тартыу предприятиелары әҙерләгән. Бөтә тауар өлгөләре кәрәкле лаборатория экспертизаһын үтте, тип билдәләнеләр Россельхознадзорҙың төбәк идаралығында. Идаралыҡ мәғлүмәттәре буйынса, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса тауарҙа хәүефле карантин организмдары һәм ҡоротҡостар табылмаған. Экспорт тауары импортлаусы илдәрҙең фитосанитар хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса тап килә. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса республикала он етештереү күләме 29 процентҡа артҡан. Йыл башынан алып Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау күләме 186 миллион доллар тәшкил иткән. Тауар донъяның 27 иленә оҙатыла. Башлыса был - майлы продукция һәм аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү сәнәғәте продукттары. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы яңыртылған милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Рәмилә МУСИНА фотоһы.