Ҡаланың 13-сө клиник дауаханаһына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь” ) яңы медицина ҡорамалы – авторефрактометр алынды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Авторефрактометр автоматик рәүештә күҙҙең рефракцияһын үлсәй торған аппарат йәғни яҡтылыҡты һындырыу һәләтен тикшерә. Шул уҡ ваҡытта ул күрәшлекте, үтәҡарашлыҡты, астигматизмды һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе асыҡлай. -Яңы ҡорамал диагностиканың сифатын күпкә яҡшыртасаҡ. Медикамент терапияһын тағы ла дөрөҫөрәк итеп тәғәйенләргә булышлыҡ итәсәк, - ти табип-офтальмолог Зарема Әлимғолова. 2025 йылда “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһына ярашлы, Башҡортостанда 99 берәмек автотранспорт, 4,5 мең ҡорамал алыу ниәтләнә, алты поликлиниканы сафҡа индереү, туғыҙ һаулыҡ һаҡлау объектын капиталь ремонтлау, шулай уҡ 134 модуль конструкциялар ҡороу планлаштырыла. Милли проекттар ил Прези