Ғафури районы Игенйылға ауылында модуль яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. Ул “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектын (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) тормошҡа ашырыу сараларына ярашлы барлыҡҡа килгән. Был хаҡта БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы итеп төҙөлгән. Ул халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтелһен, хеҙмәткәрҙәргә эшләргә уңайлы булһын өсөн бар нәмә менән йыһазландырылған. Бында фельдшер кабинеты, пациентты ҡарау, процедуралар үткәреү, пациенттар өсөн ҡабул итеүҙе көтөп тороу бүлмәләре, санузел, персонал өсөн, медикаменттар һәм таҙалыҡты һаҡлау инвентарын тоторға айырым урындар бар. Был ФАП-та беренсе медицина-санитар ярҙамын Игенйылға, Цапаловка һәм Ҡыҙыл Дубровка ауылдары халҡы ала ала. Ауылдарҙа йәмғеһе 313 кеше йәшәй, улар араһында – 57 бала. – Ошондай мөһим эштә – яңы ФАП бинаһын төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм. Бында диспансе