Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Аҙна башында район хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә төрлө көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды

Аҙна башында район хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә төрлө көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Иң мөһимдәре: 👉Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса шәхси йорттарҙа профилактик рейдтар үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Шулай уҡ, әлеге мәлдә, һауа торошона бәйле муниципаль район биләмәһендә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡланғанда, усаҡ яғыуҙан һәм янғын хәүефе янаған эштәрҙән тыйылып тороғоҙ. Сүп — сарҙы һәм ҡоро үләнде яндырмағыҙ, һүндерелмәгән тәмәке һәм шырпыларҙы ташламағыҙ, бигерәк тә урманда. Был уттың таралыуына килтереүе ихтимал. 👉Районда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр арта бара. Рәмил Абдуллин профилактика сараларын, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы. 👉Иҫке Собханғол ауылы биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре барышы менән аҙна һайын танышып торабыҙ. Әлеге көндә йәмәғәт биләмәләрендә тәртип һәм таҙалыҡ һаҡлау буйынса һорауҙар сығып тора. Халыҡҡа ял итер өсөн уңайлы шарттар булдырыла, уны тәртиптә тотоу өсөн берҙәм ты

Аҙна башында район хакимиәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә төрлө көнүҙәк мәсьәләләр ҡаралды. Иң мөһимдәре:

👉Район биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренең үтәлешен тикшереү буйынса шәхси йорттарҙа профилактик рейдтар үткәреүҙе дауам итәбеҙ. Шулай уҡ, әлеге мәлдә, һауа торошона бәйле муниципаль район биләмәһендә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡланғанда, усаҡ яғыуҙан һәм янғын хәүефе янаған эштәрҙән тыйылып тороғоҙ. Сүп — сарҙы һәм ҡоро үләнде яндырмағыҙ, һүндерелмәгән тәмәке һәм шырпыларҙы ташламағыҙ, бигерәк тә урманда. Был уттың таралыуына килтереүе ихтимал.

👉Районда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр арта бара. Рәмил Абдуллин профилактика сараларын, шәхси гигиена ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырҙы.

👉Иҫке Собханғол ауылы биләмәһендә төҙөкләндереү эштәре барышы менән аҙна һайын танышып торабыҙ. Әлеге көндә йәмәғәт биләмәләрендә тәртип һәм таҙалыҡ һаҡлау буйынса һорауҙар сығып тора. Халыҡҡа ял итер өсөн уңайлы шарттар булдырыла, уны тәртиптә тотоу өсөн берҙәм тырыш көс кәрәк. Таҙалыҡ һәм тәртип һәр кемдең үҙенән башлана.

👉Муниципаль район бюджетының үтәлеше, республика Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Бөрйән районы буйынса милек менән идара итеү комитеты бүлегенең эшмәкәрлеге буйынса һорауҙар ҡаралды.

Хакимиәт башлығы Рәмил Абдуллиндың телеграм - каналына ҡушылығыҙ.

-2
-3
-4
-5
-6
-7