Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Белем көнөндә Өфө ҡалаһындағы яңыртылған 18-се мәктәптәге тантаналы линейкала ҡатнашты. Шуныһы, Андрей Геннадьевич яңы уҡыу йылына старт бирҙе. – Мәктәпкә ремонт эшләнеүенән, уҡытыусыларҙың әҙерлегенән ҡәнәғәт ҡалдым, – тине Андрей Назаров. – Белем усағы бик матур итеп яңыртылған, яңы техника, интерактив таҡта, бүтән кәрәк-яраҡ һатып алынған. Шулай уҡ ашхананы ҡараныҡ, ашнаҡсылар тәмле итеп бешерә. Бында балаларға уҡыуы бик уңайлы буласаҡ. Андрей Геннадьевич әйтеүенсә, һуңғы алты йылда республикабыҙҙа 48 мәктәп һәм 65 балалар баҡсаһы төҙөлгән, федераль программа нигеҙендә 181 мәктәп бинаһы ремонтланған. Быйыл Башҡортостан буйынса 45 мең ҡыҙ һәм малай өсөн беренсе тапҡыр ҡыңғырау яңғыраған, ә 18-се мәктәпкә 139 бала уҡырға килгән. Әйткәндәй, Андрей Назаров "Бәйләнештә" социаль селтәрендә лә ошо шатлығы менән уртаҡлашҡан. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.