“Разряд” студенттар отряды бөтә йәй буйына Башҡортостан табиптарына ярҙам күрһәтте. Республика клиник психиатрия дауаханаһындағы студенттар отряды эшен тамамланы. Башҡортостан дәүләт медицина университеты һәм Бөрө медицина колледжының буласаҡ табиптары һәм шәфҡәт туташтары “Менталь” проектына ярашлы ике ай буйы тәжрибә тупланы. Йәштәр реабилитация, психиатрия һәм йоғошло ауырыуҙар бүлексәләрендә табип тәғәйенләгән эштәрҙе башҡарҙы, документтар тултырҙы, ҡәтғи санитар режимды күҙәтте. Отряд ағзалары барыһы ла баш табиптың рәхмәтен алды. – Студенттар коллективҡа тиҙ инеп китте, үҙҙәрен бик яуаплы күрһәтте, – тип билдәләне дауахананың баш шәфҡәт туташы Альбина Әсәҙуллина. – Хатта ҡайһы берҙәрен эшкә ҡалырға саҡырҙыҡ. Студенттар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылды: йәшәргә урын булдырылды, туҡланыу һәм ял ойошторолдо. Проект бындай эш формаһының файҙалы булыуын раҫланы. Студенттар баһалап бөткөһөҙ тәжрибә туплай, аҡса эшләргә өйрәнә, ә медицина учреждениелары үҙҙәрен көсөргәнешле мәлдә кадрҙар ме