Буласаҡ ирем менән минең эш урынымда танышҡайныҡ. Ҙур банктың залында торам һәм кешеләрҙең төрлө һорауҙарына яуап бирәм, банкомат менән эш иткәндәргә ярҙам итәм. Шул саҡта ул мине оҡшатҡан икән, иртәгәһенә тағы килде һәм кафеға саҡырҙы. Шулай танышып киттек, ярты йыл да үтмәй өйләнештек. Ҡуртымға фатир алып йәшәй башланыҡ. Эйе, уның да, минең дә торлағым юҡ шул. Тик йәш саҡта ундай ваҡ-төйәк тураһында уйлап тораһыңмы һуң? Иң мөһиме - мөхәббәт бар, тиһең. Аҡсаһын яйлап эшләрбеҙ әле тип уйланыҡ. Ирем мине әллә көнләште, әллә башҡа сәбәбе булдымы, тик өйләнеү менән эшләгәнемде яратмай башланы. Тәүҙәрәк алып барып ҡуя, кис килеп ала ине. Тора-бара уныһы ла туҡталды. – Кит шул эшеңдән, тораһың кеше хеҙмәтләндереп, – тип әйтә башланы. – Ипотека алырға, фатирлы булырға кәрәк, бергә эшләһәк, тиҙерәк аҡса йыйырбыҙ, – тип ҡараным, тик ул ишетергә лә теләмәне. Шулай әрләшә-әрләшә бер йыл самаһы йәшәгәс, ул мине эштән китергә күндерҙе. – Мине үрләттеләр, ирең хәҙер - бүлек начальнигы, аҡса ла артт