Ишмөхәмәт мәктәбендә Белем көнө бик матур үтте. Уҡыусыларҙы, педагогтарҙы, ата-әсәләрҙе, тантанала ҡатнашыусы ауыл халҡын Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов, мәғариф бүлеге белгесе Вәсилә Йортбәкова, мәктәп директоры Фәнил Мортазин, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Мөхәмәтшин тәбрикләне, 1-се класс уҡыусыларына бүләктәр тапшырҙы.