Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Башҡорт аты»фестивале өсөн үҙ программаһын әҙерләне 2025 йылдың 6 сентябрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Баймаҡ районында, «Граф» күле янында уҙасаҡ «Башҡорт аты» халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивалендә ҡатнашасаҡ. Артистарҙың сығышы интерактив программанан башлана: байрамдың бәләкәй ҡатнашыусыларына аттар, уларҙың тоҡомдары һөйләйәсәк, тарихтағы иң билдәле аттарҙы иҫкә аласаҡ. Ҡурсаҡсылар йомаҡтар әйтәсәк, викториналар үткәрәсәк, әүҙем тамашасыларҙы бүләкләйәсәк. Театр артистары «Башҡорт аты» ҡунаҡтарына төрлө спектаклдәҙән өҙөктәр күрһәтәсәк. Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры программаһы «Һоросай һәм Ҡарасай» башҡорт халыҡ әкиәте мотивтары буйынса «Ике бесәй» спектакле менән тамамланасаҡ.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «Башҡорт аты»фестивале өсөн үҙ программаһын әҙерләне
1 сентября 20251 сен 2025
~1 мин