Найти в Дзене

Көҙөн ниндәй һауа торошо көтә?

Көҙгөһөн Башҡортостанда ниндәй һауа торошо була? Синоптиктар күҙаллауҙары менән уртаҡлаша. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, сентябрҙә уртаса һауа температураһы норманан бер градусҡа юғарыраҡ, йәғни +11,2 градустан юғарыраҡ буласаҡ. Айлыҡ яуым-төшөм нормаға ярашлы көтөлә – 35-55 миллиметр. Башгидромет хәбәр итеүенсә, сентябрҙең тәүге көндәре эҫе була. 1 сентябрҙән 3-өнә тиклем көндөҙ +29 градусҡаса йылы булыуы фаразлана. “Гисметео” порталы сентябрь аҙағына тиклем һауа торошон фаразлай. Уға ярашлы, айҙың тәүге яртыһы ярайһы уҡ йылы буласаҡ. Көндөҙ +18, +22 градус булыуы көтөлә. Ваҡыт-ваҡыт ямғырҙар яуасаҡ. Сентябрҙең икенсе яртыһында бер аҙ һалҡынайта — +13, +15 градусҡа тиклем, был да көҙ башы өсөн яҡшы. “Фобос” үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, октябрҙең беренсе декадаһы һалҡын һәм ямғырлы булыуы көтөлә. 1 октябрҙән 3-өнә тиклем һауа +11, +15 градусҡаса йылына. 4 октябрҙән 12-нә тиклем көндөҙ +1-ҙән +8 градусҡаса һалҡын булыуы фаразлана. 13 октябрҙән һауа температураһының

Көҙгөһөн Башҡортостанда ниндәй һауа торошо була? Синоптиктар күҙаллауҙары менән уртаҡлаша. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, сентябрҙә уртаса һауа температураһы норманан бер градусҡа юғарыраҡ, йәғни +11,2 градустан юғарыраҡ буласаҡ. Айлыҡ яуым-төшөм нормаға ярашлы көтөлә – 35-55 миллиметр. Башгидромет хәбәр итеүенсә, сентябрҙең тәүге көндәре эҫе була. 1 сентябрҙән 3-өнә тиклем көндөҙ +29 градусҡаса йылы булыуы фаразлана. “Гисметео” порталы сентябрь аҙағына тиклем һауа торошон фаразлай. Уға ярашлы, айҙың тәүге яртыһы ярайһы уҡ йылы буласаҡ. Көндөҙ +18, +22 градус булыуы көтөлә. Ваҡыт-ваҡыт ямғырҙар яуасаҡ. Сентябрҙең икенсе яртыһында бер аҙ һалҡынайта — +13, +15 градусҡа тиклем, был да көҙ башы өсөн яҡшы. “Фобос” үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, октябрҙең беренсе декадаһы һалҡын һәм ямғырлы булыуы көтөлә. 1 октябрҙән 3-өнә тиклем һауа +11, +15 градусҡаса йылына. 4 октябрҙән 12-нә тиклем көндөҙ +1-ҙән +8 градусҡаса һалҡын булыуы фаразлана. 13 октябрҙән һауа температураһының киҫкен түбәнәйеүе көтөлә: төнгө сәғәттәрҙә -3 градусҡа тиклем һәм көндөҙ 0 градусҡа тиклем. 14 октябрҙә тәүге ҡар яуыуы көтөлә, төндә термометр бағанаһы -8 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -1 градусҡа тиклем йылыта. 15 октябрҙә төндә -13, көндөҙ -7 градус булыуы фаразлана. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.