Найти в Дзене

Бөгөн - Шахтерҙар көнө

Шахтер һөнәре – донъяла иң хәүефлеләрҙән һанала. Шуға күрә был һөнәрҙе үҙ итеүселәр араһында осраҡлы килгән кешене осратыуы мөмкин түгел. Көслө рухлы, ҡыйыуҙар ғына ғүмерлеккә уға тоғро ҡала, ер ҡуйынында эшләй ала. Финғәт Байғужин сығышы менән Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылынан. Туғыҙынсы класты тамамлағас та һис бер икеләнеүһеҙ документарын Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына тапшыра. Хеҙмәт юлын “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә тау эшсеһе булып башлай. Ер аҫтында эшләү өсөн физик яҡтан ныҡ булыу менән бер рәттән, сабырлы һәм сос булыу ҙа талап ителә. Финғәт Фәнил улы үҙен ышаныслы белгес итеп таныта һәм артабан уны яуаплы хеҙмәткә – шахта юлын нығытыусы шахтер итеп күсерәләр. Ер ҡуйынында тир түгеүселәргә эргәһендә бергә эшләгән иптәштеренең ышаныслы булыуы иң мөһим сифаттарҙың береһе. Сөнки шахта бәлә – ҡазаларҙан азат түгел. Бында тау ҡатламының емерелеүенән башҡа көтөлмәгән эйәрсән газдар килеп сығыу осраҡтары ла ихтимал. Шуға күрә ер өҫтөнән әллә күпме тәрәнлектә эшлә

Шахтер һөнәре – донъяла иң хәүефлеләрҙән һанала. Шуға күрә был һөнәрҙе үҙ итеүселәр араһында осраҡлы килгән кешене осратыуы мөмкин түгел. Көслө рухлы, ҡыйыуҙар ғына ғүмерлеккә уға тоғро ҡала, ер ҡуйынында эшләй ала. Финғәт Байғужин сығышы менән Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылынан. Туғыҙынсы класты тамамлағас та һис бер икеләнеүһеҙ документарын Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжына тапшыра. Хеҙмәт юлын “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә тау эшсеһе булып башлай. Ер аҫтында эшләү өсөн физик яҡтан ныҡ булыу менән бер рәттән, сабырлы һәм сос булыу ҙа талап ителә. Финғәт Фәнил улы үҙен ышаныслы белгес итеп таныта һәм артабан уны яуаплы хеҙмәткә – шахта юлын нығытыусы шахтер итеп күсерәләр. Ер ҡуйынында тир түгеүселәргә эргәһендә бергә эшләгән иптәштеренең ышаныслы булыуы иң мөһим сифаттарҙың береһе. Сөнки шахта бәлә – ҡазаларҙан азат түгел. Бында тау ҡатламының емерелеүенән башҡа көтөлмәгән эйәрсән газдар килеп сығыу осраҡтары ла ихтимал. Шуға күрә ер өҫтөнән әллә күпме тәрәнлектә эшләү өсөн тырышлыҡ ҡына түгел, ихтыяр көсө лә кәрәк. – Беҙҙең һөнәребеҙ ауыр һәм көсөргәнешле булыуына ҡарамаҫтан, үтә яуаплы ла. Шуға күрә ер аҫтында эшләүселәр сыҙамлы, көслө һәм маҡсатҡа ынтылыусан булырға тейеш,–ти әңгәмәсем.– Тәүҙәрәк шахтаға төшөргә ҡурҡа инем, хәҙер эшемде яратам, өйөмә килгән кеүек төшөп китәм. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәрем ышаныслы, тоғро, үҙ эшенең оҫталары. Таусы һөнәренә тоғро ҡалған Финғәт Байғужин ғаиләһенән дә уңған. Ҡатыны Әҡлимә Әҡсән ҡыҙы менән Айгиз исемле малай үҫтерә. Айгиз дә атаһы кеүек физик яҡтан ныҡлы булып үҫергә теләй, бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнә. М.Громов етәкләгән “Шахтостроитель” футбол клубынына йөрөй, буласаҡ футболист. Үҙ һөнәри байрамын ҙур уңыштар, алдарына оло маҡсаттар ҡуйып ҡаршылаған “Юбилейный”ятҡылығында эшләгән барлыҡ таусыларҙы Шахтерҙар көнө менән ҡотлайбыҙ һәм ауыр, яуаплы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.