Был ғаиләгә һоҡланмаған кеше һирәк ине. Рәлиә менән Урал, ысынлап та, бик матур пар. Улар беренсе курсҡа уҡырға килгән саҡта баш ҡалала танышты. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килгән йәштәр тәү күреүҙән бер-береһенә ғашиҡ булды. Беҙ, уларҙың курсташтары, был мөхәббәттең фәҡәт туй менән тамамланырына ышана инек. Шулай килеп сыҡты ла. Улар өсөнсө курста уҡыған саҡта ғаилә ҡорҙо. Ятаҡта ғаиләлеләр өсөн тип бер бүлмә алдылар һәм матур итеп йәшәп тә киттеләр. Тырышып, сәмләнеп уҡынылар, һәр ваҡыт стипендия булһын тип тырышып, имтихандарын яҡшы билдәләргә тапшырҙылар. Урал ҡул ҡаушырып ултырманы, ғаиләһен ҡарар өсөн һәр эшкә лә тотонорға әҙер ине. Башҡа егеттәр төн буйы ғәмһеҙ ғүмер кисереп күңел асҡанда, ул йөк тә бушатты, урам да һеперҙе. Рәлиә иһә аҡсаға рефераттар, курс эштәре яҙҙы. Бишенсе курсты тамамлап, диплом алған саҡта Рәлиә ауырлы ине. Йәштәрҙең улдары тыуҙы. Ҡуртымға фатир алып йәшәй башланылар. Шул йылдарҙа улар менән ара бер мәлгә өҙөлөп торҙо. Һәм бына бер көн, һигеҙ йы