Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төп маҡсат - тыныс тормошҡа йәлеп итеү

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Мәләүез ҡалаһындағы социаль координаторҙары махсус хәрби операция ветерандарының тыныс тормошта әүҙем тормош алып барыуы өсөн ҡулдан килгәндең барыһын эшләй. “Шифаханаларҙа ял итеү кеүек сара менән күптәр ҡуллана: ғариза яҙырға, документ тултырышырға ярҙам итеп, документ нөсхәһен ял йорто адресы буйынса йүнәлтәбеҙ. МХО ветераны был мөмкинлекте ата-әсәһенә, ҡатынына бирә ала. Яуҙан ҡайтҡандар тормош мәғәнәһенә яңы күҙлектән ҡарап, яңыса, сифатлы йәшәргә ынтыла. Белем алырға теләгәндәргә консультация бирәбеҙ. Әйткәндәй, "Синергия" университетында дистанцион белем алыу мөмкинлеге бар. Унда ветерандар үҙҙәре йә иһә балалары белем ала ала. Мәшғүллек үҙәге буйынса ла курстарҙа уҡытыу бушлай. Мөмкинлек тыуыу менән яугирҙәрҙең үҙҙәре лә, балалары ла “В” категорияһына уҡып, машина йөрөтөү хоҡуғына эйә булырға тырыша. Күңел яраларын бөтәштергән рухи аҙыҡ тураһында ла онотмайбыҙ. Яугирҙәрҙең әсәләре төрлө сараларға, концерттарға теләп йөрөй. Бөгөн ветерандар өсөн “Бөркөт” клубы страйкбол уйыны тәҡдим итте”, - ти Альбина Арыҫланова, уйын буласаҡ урынға барған арала ярҙам саралары тураһында бәйән итеп. Эшҡыуар Радик Тимербулатов ойошторған сарала ветерандар коллективы, һәләк булған яугирҙәрҙең ҡатындары әүҙем ял итте. Кире эмоцияларҙы юҡҡа сығарған команда уйындарында дуҫлыҡ еңде.