Республикала ҡурай түңәрәктәре, ансамблдәре, кластары булдырылған һәм уңышлы шөғөлләнгән өлгө булырлыҡ район-ҡалаларыбыҙ бар. Уларҙың береһе – Баҡалы районы. Ҡурайһыҙ башҡорт халҡын ғына түгел, Башҡортостанды ла күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Милли музыка ҡоралының популярлығы шул тиклем ҙур: унда оло йәштәгеләр ҙә, йәш музыканттар ҙа уйнай, ҡулдарынан төшөрмәй. Яугирҙәребеҙ яуға ла ҡурай менән китә. Тап ошо ғәжәйеп музыка ҡоралының һоҡландырғыс тауышы Баҡалынан бер егетте Октябрьский музыка училищеһына алып килә. Ә инде бер нисә йылдан ҡулына музыкант дипломын алған йәш белгес һис икеләнеүһеҙ ул тыуған яғына ҡайта һәм район мәҙәниәт һарайында хеҙмәт юлын башлай. Етәксенән уңдылар 25 йыл дауамында Рөстәм Ханнанов республика һәм район концерттарында ҡатнаша. Бер мәл Рөстәм Марс улы, оҫталыҡ менән уртаҡлашырға ваҡыт етеүен аңлап, фекерҙәштәр төркөмөн йыя, сөнки музыка ҡоралында уйнау ғына аҙ – уны яратырға ла кәрәк. Был һыҙатты етәксе уҡыусыларында ла тәрбиәләй. Баҡалы районында “А