Башҡортостанда мәҙәниәт тармағы ҙур йәнлелек менән үҫешеүен дауам итә, һәм был төрлө йүнәлештәрҙә сағыла. Үҫеш республика етәкселегенең бында йәшәгән халыҡтарҙың мәҙәниәтен, телен, тарихын һаҡлау һәм өйрәнеүгә етди иғтибар бүлеүенә лә бәйле. Ыңғай күренештәрҙең дәүләт булышлығынан тыш килеп сыға алмаҫы һәр кемгә асыҡ. Бәхеткә күрә, республика етәксеһе Радий Хәбиров халыҡтың күңел ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерер тармаҡҡа даими иғтибар күрһәтә, уның шәхси башланғыстары әллә күпме яҡшы үҙгәрешкә нигеҙ һалды. Башҡортостан Башлығы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советтың тәүге ултырышында һүҙ тотҡанда: “Хәҙерге ваҡытта тап мәҙәниәт һәм әхлаҡи ҡиммәттәр йәмғиәтебеҙҙең төп нигеҙе булып тора”, – тигәйне. Һәм ошо нигеҙҙе нығытыу бурысын атҡарыуға ул туранан-тура ҡатнашлыҡ күрһәтә, республикабыҙ буйлап яңы мәҙәни объекттар асыла тора, электән эшләп килгәндәренә капиталь ремонт үткәрелә. Стәрлебаш районы Первомайский ауылы ла – республика етәкселегенең даими хәстәрлегенә асыҡ дәлил.