🌺Бүлмә гөлдәре һауаны таҙартып ҡына ҡалмай, күп кенә сирҙәрҙән дә дауалай ✅Алоэ. Был гөлдөң япраҡтары бүлеп сығарған махсус матдәләр линолеумдан таралған ағыуҙарҙы йота. Алоэ – кислород сығанағы. Шуға уны йоҡо бүлмәһенең иң түренә ҡуйығыҙ. Алоэ һыуы тымауҙан, ашҡаҙан ауыртыуҙарын дауалай. Ә йыуылған һәм икегә бүленгән япраҡтарын яраға ҡуйырға була. Ул яраларҙы тиҙ төҙәтә, яҡшы дезинфекция сараһы булып тора. ✅Яран гөл. Яран гөл бүлмәлә йыйылған һауаны яңырта, микробтар һәм артыҡ дымға ҡаршы көрәшә. Ә йәйен себендәрҙе ҡурҡыта. Был гөл аш, йоҡо бүлмәһе өсөн яҡшы. Ярандың еҫе ҡан баҫымын төшөрә, йоҡлай алмай интеккәндә ярҙам итә. ✅Кактус. Ул компьютерҙан сыҡҡан нурҙарҙы йота. ✅Миләүшә. Уларға ҡарап торған кеше депрессиянан арына. Миләүшә барлыҡ бүлмә өсөн дә тура килә. Ул тынысландыра, төрлө төҫтәре менән өйҙәң йәмен арттыра. ✅Фикус. Ул бүлмәне кислород менән байыта, туҙан һурҙыртҡыс кеүек насар аҙыуҙарҙы йыя. Сығанаҡ: 1001 КИҢӘШ
🌺Бүлмә гөлдәре һауаны таҙартып ҡына ҡалмай, күп кенә сирҙәрҙән дә дауалай
29 августа 202529 авг 2025
~1 мин