27 августа Чебоксарҙа Волга буйы федераль округы буйынса “Йыл экспортеры-2025” Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡтары яһалды. Ул “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына (национальный проект “международная кооперация и экспорт”) ярашлы уҙғарыла. Башҡортостан компаниялары “Ҙур бизнес” категорияһында бер нисә номинация буйынса еңеүсе тип табылды, тип хәбәр итә БР Хөкүмәте. – Конкурс еңеүселәре араһында бизнес-миссияларыбыҙҙа ҡатнашыусыларҙы һәм Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенең партнерҙарын күреү айырыуса ҡыуаныслы. Компаниялар транспорт сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия ала, шулай уҡ продукцияны халыҡ-ара электрон сауҙа майҙансыҡтарына сығарыу буйынса үҙәктән консультация ала ала, – тип билдәләй Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Беренсе урынды яулаусылар араһында “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте бар. “Шишмә шәкәр заводы” акционерҙар йәмғиәте – “Яңы география” номинацияһында икенсе һәм “Агросәнәғәт комплек