“Красноусол” шифаханаһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыу барышында ял итеүселәр һанын 50 процентҡа тиерлек арттырҙы. Эксперттар ике төп йүнәлеште оптималләштерергә ярҙам итте: ял итеүселәрҙе ҡабул итеү һәм номерҙарҙы йыйыштырыуҙы. Йәйге миҙгелдә 555 ял итеүсе урынына 836 кешене ҡабул итә алдылар. Был – һаҡсыл производство инструменттарын индергән өсөнсө шифахана. Номерҙарҙы тәртипкә килтереү процестарын оптималләштереү, 5С системаһын һәм стандартлаштырылған эште индереү номерҙарҙы генераль йыйыштырыу ваҡытын 25 процентҡа ҡыҫҡартырға мөмкинлек биргән. “Элек бер бүлмәле номерҙы йыйыштырыу 45 минут ваҡыт талап итһә, ике бүлмәлелеһен йыйыштырыу 65 минут тәшкил иткән. Процестарҙы оптималләштергәндән һәм стандарттарҙы яңынан ҡарағандан һуң йыйыштырыу ваҡыты ҡыҫҡарҙы. Был штатты арттырмайынса күберәк номерҙарҙы йыйыштырырға мөмкинлек бирә”, – тип аңлатты төбәк компетенциялар үҙәге проекттары етәксеһе Альберт Кәлимулл