Бәләкәй саҡтан ҡурсаҡ уйнарға яратты Индира. Уларҙы теҙеп ултырта ла үҙе “әсәй” булараҡ хәстәрләй башлай: береһен ашата, икенсеһен йыуындыра, өсөнсөһөн матур итеп кейендерә... Ә үҙенән алты йәшкә бәләкәй ҡустыһы тыуғас, сабыйҙың янынан бөтөнләй китмәне тиерлек. Һәр ваҡыт әсәһе эргәһендә бәпесте ҡарашты, уның иң ҙур ярҙамсыға әүерелде. Ҡустыһын, аҙаҡ һеңлеһен ҡарашып үҫтергән Индира сабыйҙарҙан ялҡманы, арыманы. Үҫеп еткәс тә, балаларҙы яратыуҙан туҡтаманы һәм бар йөрәге менән үҙенекеләрҙе теләне. Йәшлек осоронда Рөстәм исемле егет менән танышып, матур ғына дуҫлашып киттеләр, институтты тамамлағас, өйләнештеләр. Эшкә төшөп, бәхетле генә йәшәй башланылар. Бергә тороуҙарына ике йыл тулды, тик сабыйҙары ғына булманы. Туғандары, хеҙмәттәштәре лә ялҡыта: – Йә, етәр үҙегеҙ өсөн генә йәшәргә. Сабый кәрәк! – Хәҙер йәштәр аҡыллы, бәпес табып өйҙә ултырғылары килмәй... – Бик оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, ваҡыт үтә лә китә ул. Индираның йөрәген телә ине был төрттөрөүҙәр. Тик маһ бирмәне йәштәр. – Үҙебеҙ өсөн й