Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында Эске эштәр министрлығы территориаль органдарының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршылыҡ күрһәтеү подразделениелары етәкселәре менән Бөтә Рәсәй кәңәшмә-семинарында ҡатнашты. Көн ҡаҙағында – иҡтисади йүнәлештәге енәйәттәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү өлкәһендә оператив-хеҙмәт эшмәкәрлеге һәм методик тәьмин итеү һөҙөмтәлелеген күтәреү. Башҡортостан Башлығы сәләмләү һүҙендә кәңәшмә-семинарҙа ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эш теләне. – Бында киң компетенцияларға, профессиональ һәм идара итеү тәжрибәһенә эйә эске эштәр органдары подразделениелары етәкселәре йыйылған. Кәңәшмә эшмәкәрлек тәьҫирен арттырыуға яңы стимулдар тыуҙыра, ә киҫкен мәсьәләләр тураһында фекер алышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге баһалап бөткөһөҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙҙең менән берлектә республикала законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Бергәләшеп төбәктә иҡтисади хәлгә һәм йәмәғәт тотор