Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яңауыл уҡыусылары социаль проекттарҙа әүҙем ҡатнаша

2025 йылдың июнь-июль айҙарында «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһының Яңауыл районы буйынса урындағы бүлексәһе Тимченко фонды буйынса гранттар биреүгә «Изге спорт» конкурсына заявка әҙерләне. Яңы социаль проект «ГРОСС-КРОСС» тип атала, уның маҡсаты: шахмат, квестар, фестивалдәр һәм кино ижады аша балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм оло йәштәгеләрҙең конструктив фекерләүен һәм тәртибен формалаштырыу. 1 сентябрҙә конкурс йомғаҡтары билдәле булды һәм унда Яңауыл районынан тәҡдим ителгән проект еңеүсе булды! Тиҙҙән, йәғни 1 октябрҙән тәжрибәле педагог, шахмат уйыны буйынса тренер Хәбибуллин Фәрғәт Фаат улы ҡатнашлығында проектты тормошҡа ашырыу башлана. Ул 2026 йылдың 30 июненә тиклем дауам итәсәк. Проектҡа шахмат уйынына өйрәнергә һәм ярыштарҙа ҡатнашырға теләгән оло йәштәге кешеләрҙе, шулай уҡ төрлө йәштәге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе саҡырып ҡалалар. Яңауылдар быға тиклем дә бындай социаль проекттар менән уңышлы сығышы яһағаны бар. Быйыл йәйге каникул дауамында 12-13 йәшлек ү

2025 йылдың июнь-июль айҙарында «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһының Яңауыл районы буйынса урындағы бүлексәһе Тимченко фонды буйынса гранттар биреүгә «Изге спорт» конкурсына заявка әҙерләне. Яңы социаль проект «ГРОСС-КРОСС» тип атала, уның маҡсаты: шахмат, квестар, фестивалдәр һәм кино ижады аша балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм оло йәштәгеләрҙең конструктив фекерләүен һәм тәртибен формалаштырыу. 1 сентябрҙә конкурс йомғаҡтары билдәле булды һәм унда Яңауыл районынан тәҡдим ителгән проект еңеүсе булды! Тиҙҙән, йәғни 1 октябрҙән тәжрибәле педагог, шахмат уйыны буйынса тренер Хәбибуллин Фәрғәт Фаат улы ҡатнашлығында проектты тормошҡа ашырыу башлана. Ул 2026 йылдың 30 июненә тиклем дауам итәсәк. Проектҡа шахмат уйынына өйрәнергә һәм ярыштарҙа ҡатнашырға теләгән оло йәштәге кешеләрҙе, шулай уҡ төрлө йәштәге балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе саҡырып ҡалалар. Яңауылдар быға тиклем дә бындай социаль проекттар менән уңышлы сығышы яһағаны бар. Быйыл йәйге каникул дауамында 12-13 йәшлек үҫмерҙәр «ТЕТРАДАР» социаль проектына ярашлы, әүҙем ижади эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән. Июнь аҙағына улар «Кесе Ватан тарихы» йыйынтығын төҙөү өсөн материалдар йыйған. Ул Яңауыл типографияһында донъя күргән. Бының өсөн улар Ташйылға ауылы эргәһендәге тауға поход; Краснокама районының Николо-Березовка ауылына экскурсиялар ойошторған һәм Яңауыл районы музейы һәм китапханаһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Ә июль аҙағына был йыйынтыҡ нигеҙендә «Кесе Ватан тарихы» документаль фильмын төшөрөү мөмкин була, унда беҙҙең эраға тиклем VIII быуаттан алып XIX быуат аҙағына тиклем боронғо ҡәбиләләрҙең беҙҙең территорияға этаплап күсеп ултырыуы күрһәтелә. «Кесе Ватан тарихы» документаль фильмы 16 тапҡыр һауыҡтырыу лагерында ял иткән балаларға (508 кеше) һәм үҫмерҙәргә (768 кеше), Башҡортостан Республикаһының 20 китапханаһы һәм ике музейы хеҙмәткәрҙәренә (126 кеше) күрһәтелгән. Башҡарылған эш йомғаҡтары буйынса 106 баһалама һәм фекер алынған. Был фильмды балалар һәм үҫмерҙәр тарафынан ҡарауҙы ойоштороуҙың төп маҡсаты –үҫеп килгән быуында үҙ төбәгенең тарихы менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, уның үҙенсәлеген тойоу. Ул мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә патриотик һәм этник саралар үткәреү өсөн методик базаға әйләнергә мөмкин. Алда – Яңауыл ҡалаһының «Нефтсе» кинотеатрында фильм күрһәтеү, ул 12 сентябргә билдәләнгән. Был йомғаҡлау сараһына райондың бөтә крайҙы өйрәнеүселәре, 6-11-се класс уҡыусылары саҡырыла. Тимченко фонды һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты булышлығында тормошҡа ашырылған «ТЕТРАДАР» проекты күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу һәм хуплау табыр, тип ышанабыҙ. Фотолар: «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһының Яңауыл районы буйынса урындағы бүлексәһе.