Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, "Ватандаш" журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның ижадына арналған “Әйтер һүҙем етһен кешеләргә” исемле ижад кисәһе үтте. Быйыл яҡташыбыҙ үҙенең күркәм ғүмер байрамын – 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Ғилми донъяла, шиғриәттә һәм прозала үҙен тапҡан, оҙаҡ йылдар республика матбуғатына тоғро хеҙмәт иткән журналист булараҡ та исемен раҫлаған ижадсы был ғүмер артылышын яңы һулыш, дарманлы ынтылыш менән ҡаршылай. Ижад кисәһендә Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлназ Йыһаншина, яҡташыбыҙ, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтының заманса мәғариф менән идара итеү кафедраһы доценты, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре, Башҡортос
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт
8 сентября 20258 сен 2025
2 мин