Өфөлә XI халыҡ-ара марафон үтте, ул Рәсәйҙең 42 төбәгенән спортсыларҙы берләштерҙе. Төрлө дистанцияларға йүгереү маршруты, ғәҙәттәгесә, Башҡортостандың баш ҡалаһының үҙәк урамдары буйлап һалынғайны. Йыл һайын үткәрелеүсе спорт сараһында республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, шулай уҡ төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре ҡатнашты. - Беҙҙең марафон йыл һайын 10 меңдән ашыу кешене берләштергән ысын ваҡиғаға әүерелде. Ярышта иң өлкән ҡатнашыусыға - 82, иң бәләкәйенә - 6 ай. Сираттағы быуындарҙы берләштерә һәм сәләмәт киләсәк булдыра, – тип билдәләне Андрей Назаров. Өфө халыҡ-ара марафонында спортсылар 2 километрҙан 42 километрға тиклемге маршруттарҙы һайлай алды. Бынан тыш, программала 600-ҙән ашыу балалар старттары ла булды. Быйыл ярыштарҙа билдәле футболсы, Рәсәй йыйылма командаһының элекке ағзаһы Алексей Смертин, шулай уҡ еңел атлетика буйынса ил чемпионы Юрий Чечун ҡатнашты. Марафон дистанцияһын, ғәҙәттәгесә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-минист