Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Социаль эшмәкәрлектең бер өлөшө булып тора

Бөгөн, 7 сентябрҙә, Өфө хосписында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты» белем биреү программаһының дүртенсе ағымында ҡатнашыусылар менән осрашты. Башланғысты Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы (Президент академияһы) ҡатнашлығында Түбәнге Новгород өлкәһе Хөкүмәте менән берлектә «Хәстәрлек төбәге» халыҡ фронты тормошҡа ашыра. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Программа кураторы - Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторының социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе, «Хәстәрлек төбәге» проекты авторы Нюта Федермессер. Белем биреү курсының маҡсаты – профессионалдарҙы үҙгәрештәр индерергә һәм төрлө кимәлдәге социаль яҡтан көсһөҙөрәк категориялы кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә өйрәтеү. Уҡыу барышында студенттар өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү, социаль етемлекте иҫкәртеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәм башҡа темаларға бәйл

Бөгөн, 7 сентябрҙә, Өфө хосписында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты» белем биреү программаһының дүртенсе ағымында ҡатнашыусылар менән осрашты. Башланғысты Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы (Президент академияһы) ҡатнашлығында Түбәнге Новгород өлкәһе Хөкүмәте менән берлектә «Хәстәрлек төбәге» халыҡ фронты тормошҡа ашыра. Быйыл ул дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Программа кураторы - Түбәнге Новгород өлкәһе губернаторының социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшсеһе, «Хәстәрлек төбәге» проекты авторы Нюта Федермессер. Белем биреү курсының маҡсаты – профессионалдарҙы үҙгәрештәр индерергә һәм төрлө кимәлдәге социаль яҡтан көсһөҙөрәк категориялы кешеләрҙең проблемаларын хәл итергә өйрәтеү. Уҡыу барышында студенттар өлкәндәргә һәм балаларға паллиатив ярҙам күрһәтеү, социаль етемлекте иҫкәртеү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү һәм башҡа темаларға бәйле проекттар эшләй. Һайлап алыу йомғаҡтары буйынса 21 төбәктән 39 кеше, шул иҫәптән Башҡортостандан өс вәкил программаның дүртенсе ағымын тыңланы. Белем биреү модулдәрен илдең төрлө ҡалаларында үткәрәләр, улар иҫәбенә Өфө лә инә. Осрашыу башында Нюта Федермессер Радий Хәбировҡа Өфө хосписын төҙөгәне һәм төбәктә паллиатив ярҙамды юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. - Беҙ Башҡортостанды майҙансыҡтарҙың береһе итеп һайланыҡ, сөнки бында хоспис бар. Республика етәкселеге социаль өлкәне үҫтереү мәсьәләләренә бик иғтибарлы. Төбәктә опека, социаль хеҙмәттәрҙе дәүләткә ҡарамаған секторға тапшырыу йәһәтенән яҡшы үҙгәрештәр күп, – тине Нюта Федермессер. Проект кураторы һөйләүенсә, Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты эшләгән осорҙа Башҡортостандан һигеҙ вәкил белем биреү программаһында ҡатнашты. Радий Хәбиров төбәк етәкселегенең социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр менән үҙ-ара килешеп эш итеүе партнерлыҡ принциптарына нигеҙләнергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Мәғлүм булыуынса, Республикала Башҡортостан Башлығының йәмәғәт башланғысында социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе вазифаһын Альбина Ҡасимханова биләй. Башҡортостан Башлығы белем биреү программаһының ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Ул ҡатнашыусыларҙың компетенцияларын киңәйтергә мөмкинлек бирә, шулай уҡ төрлө төбәктәр вәкилдәре араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм иң яҡшы тәжрибәләр булдырыу мөмкинлеген булдыра. Артабан осрашыу «һорау-яуап» форматында дауам итте. 2023 йылдың июненән учреждениела тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар шарттарында 1 600-ҙән ашыу өлкән кеше һәм 300 бала ярҙам алған, 5 200-ҙән ашыу өлкәндәр патронаж бригадаһы, 1 900-ҙән ашыу балалар бригадаһы сығыштары ойошторолған. Мәғариф модулендә ҡатнашыусылар Башҡортостандың инвалидтарҙың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән ведомство-ара үҙ-ара хеҙмәттәшлекте ойоштороу тәжрибәһен юғары баһаланы. Үҙ сиратында Силәбе өлкәһе вәкиле Елизавета Кириллова төбәктә инклюзив белем биреү буйынса уңышлы тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙерҙәр, тип билдәләне. Башҡортостан Башлығы башланғысты хупланы һәм республиканың Мәғариф министрлығына Даун синдромы менән сирләгән балалар өсөн уҡыу процесын ойоштороу буйынса күрше өлкә тәжрибәһен өйрәнергә ҡушты. - Нюта Федермессер үткәргән социаль эш буйынса кәңәшселәр әҙерләү курстары - ҙур, мөһим федераль сара. Бөгөн улар беҙҙең хосписта үтә, сөнки был ҙур социаль эштең бер өлөшө булып тора, - тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. Фото: glavarb.ru