Мәғлүм булыуынса, Чилиҙа ЮНЕСКО Советы ултырышында эксперттар Торатауҙы бер тауыштан Бөтә донъя селтәренә индереү өсөн тауыш бирҙе. Был хаҡта социаль селтәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр иткәйне. "Беҙ 2021 йылда ағзалыҡҡа ғариза бирҙек, 2022 йылда “Торатау” Ирландия һәм Испаниянан белгестәрҙе ҡабул итте, улар төбәккә баһалау миссияһы менән килде. Ошо ваҡыт эсендә беҙҙең "Торатау" геотуризм һәм мәғариф инициативалары өсөн мөһим үҙәккә әйләнде", - тип билдәләне ул. Исхаҡ Мансур улы Фәрхетдинов, Рәсәй Фәндәр академияһының В. И. Вернадский исемендәге дәүләт геология музейының ғилми секретары, Рәсәй геология йәмғиәтенең вице-президенты был хаҡта түбәндәге фекерен белдерҙе: – “Торатау” геопаркына ЮНЕСКО геопаркы статусын биреү — Ул Башҡортостандың геологик мираҫы үҙенсәлеген халыҡ-ара таныу ғына түгел, ә төбәкте үҫтереү өсөн ҡеүәтле импульс та. Геопарктар фән, мәғариф, туризм һәм урындағы йәмғиәттәрҙе берләштерә. Республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн был – Башҡортостандың тәбиғәт