Билдәле булыуынса, хоспистарға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған “Өмөт” хәйриә фонды дүрт йыл элек мөһим проектты тормошҡа ашырыуға тотондо: илдең төрлө төбәктәрендәге, ҡалаларындағы төрлө тармаҡ лидерҙары “Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты” программаһына ярашлы белем ала. Ошо көндәрҙә сираттағы уҡыу майҙансығы Өфөлә эш башланы. Фондты ойоштороусы – Рәсәйҙең билдәле йәмәғәт эшмәкәре Нюта Федермессер. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан мөһим проекттың дүртенсе модулен тормошҡа ашырыу майҙансығы итеп юҡҡа ғына һайланмаған. Республикала социаль мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүленә, шул уҡ ваҡытта беҙҙә “Социаль үҙгәрештәр буйынса кәңәшселәр институты” программаһын үткәндәрҙең берләшмәһе булдырылған. Сығарылыш белгестәре араһында, мәҫәлән, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ колледжы директоры Анна Таболина республиканың башҡа студенттары менән берлектә “Өйгә ҡайтайыҡ. Балалар ғаиләнән ситтә йәшәмәһен өсөн” тигән проектты тормошҡа ашырған. – Белем биреү программаһының маҡсаты – урындарҙа алға