Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында "Йәштәр һәм балалар" (национальный проект “Молодежь и дети”) милли проекты сиктәрендә 11-се һәм 15-се мәктәптәр төҙөкләндерелде. Был турала ҡала хакимиәте хәбәр итә. Белем усаҡтарын төҙөкләндереүҙе 2024 йылдың апрелендә башлағандар, ошо ваҡыт эсендә ҙур эш атҡарылған. Белгестәр биналарҙы, инженерлыҡ системаларын, фасадты яңыртҡан, түбәһен алмаштырған. Мәғариф учреждениелары заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар алған. "Бөтә этаптарҙа ла капиталь ремонт ҡәтғи контроль аҫтында үтте. Күмәкләп бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡтыҡ. Хәҙер был уҡыу өсөн идеаль шарттар булған заманса мәктәптәр", - ти Нефтекама хакимиәте башлығы Эльдар Вәлидов. Илебеҙ халҡының өстән бер өлөшөнә ҡағыласаҡ “Йәштәр һәм балалар” милли проекты(нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрең бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү- производство үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластер
Нефтекама ҡалаһында капиталь ремонттан һуң ике мәктәп асылған
9 сентября 20259 сен 2025
1 мин