Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Юрмашта – яңы медицина пункты

Ғафури районының Юрмаш ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары, эш ҡоралдары өсөн бүлмә бар. Яңы ФАП-та тәүге медицина ярҙамын ауылдың 176 кешеһе, шул иҫәптән 39 бала аласаҡ. Ауылдаштарҙың һаулыҡ һағында фельдшер Гөлнур Ихсанова торасаҡ. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш

Ғафури районының Юрмаш ауылында,”Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проектына ярашлы, яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы медицина пункты заманса талаптарға һәм стандарттарға ярашлы урынлаштырылған. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бында фельдшер, ҡабул итеү, процедура, дарыуҙар һаҡлау кабинеттары, эш ҡоралдары өсөн бүлмә бар. Яңы ФАП-та тәүге медицина ярҙамын ауылдың 176 кешеһе, шул иҫәптән 39 бала аласаҡ. Ауылдаштарҙың һаулыҡ һағында фельдшер Гөлнур Ихсанова торасаҡ. Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.