Баймаҡ районында 6 сентябрҙә "Башҡорт аты" халыҡ-ара башҡорт аттарының фестивале сиктәрендә, заманса форматта йолаларҙы тергеҙгән йәштәр хәрәкәте үтә. Фестиваль майҙансығында махсус проект майҙаны ойоштороласаҡ, унда ҡунаҡтарҙы бай программа көтә: - «Ритайым» бейеүе - бөтә ҡатнашыусыларҙы берләштергән дөйөм бейеү; - Асыҡ микрофон - һәр кемгә йыр, бейеү йәки шиғыр башҡарыу мөмкинлеге; -Попурри «Тамашасылар + Артистар» — йыр һәм бейеүҙәрҙе бергәләп башҡарыу. Барлыҡ ҡунаҡтар һәм сарала ҡатнашыусылар өсөн саҡырылған артистар – популяр башҡарыусылар Тимур Ямалов һәм Илгизмо сығыш яһаясаҡ. Башҡорт йырҙары һәм бейеүҙәре менән традицион башҡорт сәй табыны "Самауырлы ритайым" ("самауыр дискотекаһы") бер нисә йыл инде Өфө һәм Башҡортостандың башҡа ҡалалары йәштәрен берләштерә. Был мәҙәни сара ғына түгел, ә халыҡ йолаларының яңы быуын өсөн актуаль, стилле, ҡыҙыҡлы була алыуына тере дәлил. “Самауырлы ритайым” идеяһы 2020 йылда башҡорт йәштәре башланғысы менән барлыҡҡа килгән, улар араһында йәш эш
"Башҡорт аты" фестивалендә "Самауырлы ритайым" үтәсәк
25 августа 202525 авг 2025
1 мин